Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
17 Ноябрь 2023, 20:42

Ырыуҙары шөғөлө - балыҡсылыҡ

Ибраһим ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә “Йомран-Табын ырыуы шөғөлө - балыҡсылыҡ” тип аталған байрам тантанаһы үтте.Был байрамдың төп шарты – быуындарҙы барлау, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарға һибелгән туғандарҙы, ауылдаштарҙы осраштырыу, күрештереү һәм дә боронғо шөғөлдө иҫкә төшөрөү.

Ырыуҙары шөғөлө - балыҡсылыҡ
Ырыуҙары шөғөлө - балыҡсылыҡ
  • Йәмле тәбиғәт ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Ибраһим ауылы үҙенең ҡунаҡтарын ихлас ҡаршы алды. Көн һалҡын, ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ байтаҡ ине. Ауыл эргәһендә генә балыҡҡа бай Ҡыҙылғы күле, уның ярында урынлашҡан мәҙәниәт усағында байрам сараһы үтте. Был ауылдың тәбиғәте генә түгел, уның халҡы ла тырыш, рухлы һәм талантлы. Быны төҙөк йорт-ҡуралары һәм ауылды йәшәткән һәм данлаған кешеләре күрһәтә. Әле лә бында бик күп эштәр башҡарыла: йорт-ҡуралар төҙөкләндерелә, мәңгелек йорт таҙартылып тора, берҙәм халыҡ берҙәмләшеп өмәләр ойоштора, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам күрһәтә.
    “Ҡыҙылғы” фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары сараға килеүсе ауылдаштарын, күрше ауылдар халҡын һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаеваны, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдинаны, Һәүәләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдиновты йыр менән ҡаршыланылар. Улар килеүселәргә башҡорт халыҡ аштары – сәк-сәк, ҡорот һәм ҡымыҙ тәҡдим итте.
    Урамдағы тирмәлә һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Улар һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Рәмил Ғәлиевтың ағасты уйып яһаған һоҡланғыс һындары, Таңһылыу Сафиуллинаның күҙҙең яуын алырлыҡ халыҡ биҙәүестәре, күрше Бишауыл-Уңғарҙан килгән Флүрә Заһиҙуллинаның серле биҙәктәр һалынған түшелдеректәре, Фәһимә Абдрафиҡованың һәм Гүзәл Искәндәрованың башҡорт халыҡ орнаменттары менән үҙҙәре баҫҡан кейеҙҙәре, түшелдеректәре һәм муҡсалары һәм башҡа оҫталарҙың күңел һалып башҡарған эштәре маҡтауға лайыҡ. Бишауыл-Уңғар ауыл клубының “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ағзаһы Хәбир олатай Дәүләтбаев кәрзиндәре лә урын алды. Был ижади эштәрҙең барыһы ла һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Бында Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге музейҙың экспонаттары ла килтерелде.
    Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, Һәүәләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдинов йыйылыусыларҙы сәләмләп, ибраһимдарҙың эшләгән эштәрен барланылар, берҙәмлектәре тураһында әйттеләр һәм “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығыуҙарын теләнеләр.
    Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде?! Һәр эште, сараны халҡыбыҙ йыр-моң менән аралаштырып башҡарған. Әле лә сәхнә оҫталарының сығыштары күңелдәрҙе елкендереп ебәрҙе. Тамырҙары ошо ауылдан булған Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы Зилиә Сафиуллина, “Нур” театры актрисаһы Ләйсән Алтынбаева, Наҙгөл Ибраһимова, Гүзәл Дәүләтшина, Азалия Хажиева, ауылдаштарын йырҙары менән ҡыуандырып, сараға йәм өҫтәне. Зилиә Сафиуллина Рәми Ғариповтың “Бәхет” шиғырын да һөйләп, бар кешене уйландырҙы. Сараны мәҙәни ойоштороусы Фәнисә Ишмөхәмәтова һәм Рүзилә Мөхәмәтйәнова йәнле итеп алып барҙылар.
    Егәрле хужабикәләр йәмле һәм тәмле табын да ҡорғайны. Сара аҙағында ҡатнашыусылар балыҡтан бешерелгән төрлө һыйҙан ауыҙ итте, оҫта хужабикәләр әҙерләгән тәм-том һәм ҡайнар сәй менән һыйланды. Ә урамда тәмле балыҡ һурпаһы көтә ине. Әйткәндәй, өҫтәл әҙерләү буйынса урамдар ярышында хужабикәләргә Һәүәләй ауыл хакимиәте башлығының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
    Халыҡ мауыҡтырғыс байрамды ойоштороуға көс һалған, уны үткәреүҙә йән атып йөрөүселәргә ҙур рәхмәттәрен белдерҙе, киләсәктә лә ҡан ҡәрҙәштәрҙе берләштергән саралар үтеп торһон, тигән теләктәрен еткерҙе. Халыҡ байрамы күңелдәрҙә тик йылы хис-тойғолар ғына ҡалдырҙы.
    Фәниә Сәлимгәрәева.
    Автор фотолары.
    Вставка
    Ғәзимйән Ибраһимов, хаҡлы ялда:
    - Беҙҙең ауыл йылға-күлдәргә бик бай урында урынлашҡан. Ҡыҙылғы, Кесе Талпаҡ, Бикләмеш, Табыҙай, Ҡаракүл, Сайлы, Тәрәүеш, Кәсеүән күлдәре һәм башҡалар. Электән кешеләр уларҙа балыҡ тотҡандар, шуның менән кәсеп иткәндәр. Мин беләрҙән балыҡсыларҙың һәр береһенең үҙ сығыштары бар ине: Килмәкәй, Исламморат, Денис, Яҡуп, Фәнил, Рәүил сығыштары. Улар балыҡ тотҡандан һуң үҙ урындарына сығып, ял итеп, сәй эсеп ултыра торғайнылар. Борон һәр кемдең үҙенең ер-һыуы булһа, минең ата-бабаларымдыҡы Имәнлек урманында булған... Бөгөнгө тамашала Мөхәммәтсәлим олатай менән балыҡ ҡармаҡлаусы малайҙы күрһәтеү бик урынлы булды.
    Һыу буйында үҫкәнгә күрә, балыҡ тотоу ауылдаштарға бәләкәйҙән таныш. Мин үҙем Ҡыҙылғы буйында көтөү көтөп үҫтем. Эргәмә башҡа малайҙар килә ине лә, бергәләшеп балыҡ ҡармаҡлай торғайныҡ. Әгәр балыҡ ҡаба икән, ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Шунан тағы ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә. Балыҡ ҡармаҡлауға тоғро ҡалған ауылдаштар әле лә бар. Был – тәбиғәттә булыуҙан күңелгә ләззәт биреүсе ял төрө лә.
    Байрам сараһы оҡшаны, ул халыҡты берләштереүсе һәм осраштырыусы ла булды. Оҙаҡ ваҡыт күрмәгән яҡташтарымды күрҙем, туғандар менән осраштыҡ.

    Фәһимә Абдрафиҡова, мәҙәни ойоштороусы:
    - Был ауыл халҡының эшен, кәсептәрен һәм шөғөлдәрен күрһәткән бик күркәм сара. Ибраһимдың йылға-күлдәре балыҡҡа, урмандары йәнлектәргә бай булған. Атайымдың һөйләүе буйынса, борон урмандарында төлкө, бүре, ҡуяндар ғына түгел, айыуҙар ҙа булған. Ибраһим ауылы бәләкәй булһа ла, уның тарихы бай. Уның шөғөлдәре лә, кәсептәре лә һәм дә билдәле шәхестәре лә күп. Элек-электән был ауылдан талантлы һәм эшкә маһир кешеләр сыҡҡан. Ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ – башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре, публицист Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, БАССР-ҙың халыҡ артисы, бейеүсебеҙ Рәүилә Хажиева менән бер рәттән, бихисап данлыҡлы эшселәр, ҡул эше оҫталары ошо ерҙә тыуғандар. Улар иҫәбендә Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәрит Садиҡов, Ленин орденына лайыҡ булған бригадир Түрйән Хәкимов һәм һауынсы Раҡия Байморатова, Ҡыҙыл байраҡ ордены алған Әминә Әхмәтшина һәм бик күп башҡалар. Ауылыбыҙҙың данлыҡлы улы, һәүәҫкәр рәссам һәм скульптор Рәмил Ғәлиев үҙенең проекты менән “Һалдат ҡайтты” һәйкәлен Дан аллеяһына ултыртып ҡуйып, бик ҙур эш эшләне.
    Ибраһим ауылы - талантлылыар төйәге. Бөгөнгө сара ла быны иҫбат итте.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: