Унда республиканың район-ҡалаларынан һәм Рәсәй төбәктәренән делегациялар ҡатнашты. Беҙҙең райондан “Патриот” ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Бикбаева, Сахай ауылынан Зифа һәм Рамазан хәҙрәт Бикташевтар, Ҡарлыманбаш ауылынан Гүзәл Мөхәмәтйәрова, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Венера Мусиналар ҙа йыйынға барып, сертификаттар алып ҡайтты. Заман өсөн бик актуаль булған был сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары ойошторҙо.
- Милләт әсәләрен берләштереүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Ватаныбыҙҙы берләштереүсе һәм уларға ярҙам итеүсе фонд исеменән һеҙҙе ихлас тәбрикләйем. 2018 йылда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы менән халыҡ дауалаусылары мәктәбе булдырылғайны. Уҙған йыл ошо мәктәп тарафынан Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары биләмәләрендә республика һәм күрше төбәктәрҙән халыҡ дауалаусыларын берләштергән оло йыйын үтте. Бөгөн беҙ мәрхәмәтлек акцияһы күрһәтеп махсус хәрби операцияла ҡатнашып ялға ҡайтыусы яугирҙәребеҙгә һәм бөгөн алғы һыҙыҡты булыусы егеттәребеҙҙең ғаилә ағзаларына ярҙам нигеҙенән ошо йыйынды үткәрергә ниәтләнек. 100-ҙән ашыу халыҡ дауалаусыһы, медицина хеҙмәткәрҙәре, юристар, психологтар һеҙҙе ҡабул итеп, ошо майҙансыҡта эшләйәсәк.
Бөгөн алған көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы, берҙәмлек киләһе эштәребеҙгә юлдарыбыҙҙы асһын, киләсәктә лә халҡыбыҙ йолаларын йәш быуынға тапшырайыҡ, йәштәребеҙҙе илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында милләт әсәләре менән бергәләп тәрбиәләйек, илдәребеҙ имен, ғаиләләребеҙ ишле һәм ныҡлы, байрамыбыҙ ҡотло булһын, - тине үҙ сығышында Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Шулай уҡ, был байрамда ерҙең, илдең ҡотон һаҡлаусы, үҙҙәренең ғаилә усағын ғына йылытып ҡалмай, йәмәғәт эшенең уртаһында ҡайнаусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Рабиға Ҡушаева исемендәге "Милләт әсәһе"миҙалы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам күрһәтеүселәргә Рәхмәт Хаттары тапшырылды.
Сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның "Ҡот ҡайтарыу" тип аталған сығышы ваҡытында ерҙең ҡотон ҡайтарыу йолаһы башҡарылды, изге Ер-әсәнән ҡот һорап, теләктәр әйтелде.
Артабан халыҡ дауалаусылары кешеләрҙе ҡабул итте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте: кемдер боронғо ысул менән һылау алымдарын өйрәтһә, икенселәре ҡот ҡойҙо, бәғзеләре быуын ултыртты, имләне, өшкөрҙө. Сараға килгән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, тәндәренә һәм йәндәренә дауалау алды.
Ошонда уҡ төрлө райондарҙан килгән патриотик күргәҙмәләр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, милли аш-һыу ризыҡтарынан торған бай күргәҙмә, һатыу нөктәләре эшләне. Маскировка селтәре, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы яугирҙәр менән республика дауаханаларының медицина хеҙмәткәрҙәре, юристар әңгәмәләште. Улар өсөн атта һыбай йөрөү, спорт бәйгеләрендә ҡатнашыү мөмкинлеге лә бар ине.
- Байрамда барыһы ла оҡшаны. Ҡот ҡайтарыу йолаһы, милли аш-һыу, биҙәүестәр күргәҙмәләре, дауалаусы-имселәрҙең бер урында йыйылыуы бик яҡшы булды.
Мин үҙем дә ҡөрьән сүрәләре менән өшөкөрөп дауалағанға күрә, быуын ултыртыу, ҡот ҡойоу, тел-теш ҡырҡыу, күҙ тейеүҙән өшкөрөү һәм башҡа дауалау алымдары элек-электән барлығына ышанам. Кешеләр уларҙың ярҙамына һәм дауаһына бөгөн дә мохтаж. Тик уларға мөрәжәғәт итергәме, юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.
Саранан күңелемә позитив энергия, күтәренке кәйеф, көс-ҡеүәт алып ҡайттым. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыуын, үҙебеҙгә, балаларыбыҙға һаулыҡ-сәләмәтлек, бәрәкәтле, тәүфиҡлы имен тормош насип булһын, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гүзәл Мөхәмәтйәрова.
Барыһы ла ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, ҡорбан салған кешеләргә изге теләктәрен теләне. Күрше өлкәләрҙән, райондарҙан килеүселәр Әбйәлилдең тәбиғәтенә һәм халҡының ҡунаҡсыллығына һоҡланыуҙарын йәшермәне. Был сара халыҡты берләштереү һәм үҙ асылына ҡайтарыу буйынса бик урынлы һәм файҙалы булды. Барыбыҙ ҙа, рухи яҡтан байып көс-ҡеүәт, дәрт-дарман алып таралыштыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.