Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
4 Июль 2023, 08:09

Барыбер табам мин уны Әлиә Рәхимова Булған хәл

Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Фәрит 5-се класта уҡып йөрөй. Мәктәптә һалҡын, иртән үк утын менән йылытылған мейестең йылыһы оҙаҡҡа етмәй шул. Яҙа торған ҡара туңып, ҡулдар өшөгән саҡтарҙа мәктәпкә барғыһы килмәгәне булды Фәриттең. Өҫкә кейергә йүнле кейеме лә юҡ.

Барыбер табам мин уны                              Әлиә Рәхимова                               Булған хәл
Барыбер табам мин уны Әлиә Рәхимова Булған хәл
  • Кемдең аҡсаһы бар, ҡала баҙарынан кейелгән булһа ла кейемдәр алып ҡайта. Китап-дәфтәр ҙә һатып алырға кәрәк, сумка тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, ярай әле күрше апай улынан ҡалған фанерҙан яһалған сумканы бирҙе. Бына шулай Фәрит донъяның ауырлығын тоя башланы, бәләкәй ваҡытта ул дәүерҙең ҡатмарлы хәлдәрен бик аңлап етмәгәндер ҙә. Бер ул ғына түгел, ауылда уның тиҫтерҙәре лә шундай хәлдә, сөнки заманы шундай. Һуғыштың ауыр эҙемтәләре һаман да һиҙелә ине. Фәриттең әсәһе күрше рус ауылынан ҡапсыҡлап йөн алып ҡайтып, уны таҙарта, иләй, аяҡлай, әҙер булғас кире илтеп бирә. Эше өсөн уға нимә булһа ла – аҡсамы, аҙыҡ-түлекме, әйберме бирәләр. Әсәһенең таныштарына барып ҡайтыуы шатлыҡ ине, нимә булһа ла эләгә, сөнки ашау яғы ла наҡыҫ. Ит, һөт, йомортҡа тапшырырға хөкүмәттән план бирәләр, ә күп кешелә мал аҫрарға мөмкинселек юҡ. Мал, ҡош-ҡортҡа ла ашарға кәрәк бит.
    Бер көндө Фәрит әсәһе менән күрше Йәмилә апайҙың һөйләшкәнен ишетеп торҙо. Баҡтиһәң, Барый ағайға төшкө ашҡа ҡайтыуына сәй ҡайнаталар икән, бер-ике йомортҡа бешерәләр. Кисә ул ҡайтһа, күтәрмәлә самауыр тағы йырлап ултыра ти. Барый ағай уны алған да елгәргән. Йәмилә апайға самауыры йәл булған, ул бит тамаҡ туйҙырыусы, тип зарланған.
    - Улым, әйҙә күрше ауылға таныштарға барып киләйек, эште тапшырырға кәрәк,- тине әсәһе. Фәрит шуны ғына көткәндәй, шатланып ҡуйҙы, уның бит әсәһе менән етди һөйләшәһе бар.
    Йәй матур башланды, йылы, тирә-яҡ йәм-йәшел, ҡоштар сут-сут һайрай. Ошо гүзәллеккә һоҡланып, килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Таныштары - Костя ағай менән Нина апай уларҙы ихлас ҡаршы алып, өҫтәлгә мул ризыҡ ҡуйҙылар. Фәрит ит, һуған, кәбеҫтә һалып бешерелгән ашты бик яратып ашаны, тамағы туйҙы, үҙҙәрендә бындай аш ашағанын хәтерләмәй ҙә. Ауылда бер кем дә йәшелсә үҫтермәй. Бар ул бер-ике кеше, һуған үҫтереп, бәрәңгегә алмаштырып алыусылар, һатыусылар, тик әллә ҡайҙа китә алмайҙар. Ә рус халҡы күрәһең бик тырыш халыҡ, тип уйланы Фәрит.
    Улар ҡайтырға сыҡты, әсәһенең дә кәйефе күтәренке, тик малай нисек һүҙ башларға белмәне.
    - Улым, ниңә өндәшмәйһең, ниндәй уйҙарға баттың?
    - Әсәй, мин һиңә бер һорау бирһәм, асыуланмайһыңмы? Минең атайым бармы, ҡайҙа ул, бөтә малайҙарҙың тиерлек атайҙары бар, ә минеке юҡ.
    Сания был һорауҙы көтә ине, тик улы өндәшмәгәс, һүҙ ҡуҙғатманы, эстән генә уйланып, һыҙылып ирҙәр эшен дә үҙе эшләп, донъяһын алып барырға тырышты. Ул үҙен улы алдында ғәйепле кеүек тә тойҙо, ни тиһәң дә малай кешегә атай кәрәк бит.
    - Улым, һин тыуғас, мин бик ҡаты сирләнем. Дауаханаларға йөрөргә мөмкинлектәр ҙә юҡ ине. Ауырыуым көслө, оҙаҡ барҙы, һуңыраҡ операция кәрәк тинеләр, тик мин баш тарттым. Атайыңдың сирле ҡатын менән йәшәгеһе килмәгәндер, ул беҙҙе ташлап сығып китте. Ул ваҡытта һин ун айлыҡ инең. Бына шулай һин атайһыҙ, мин ирһеҙ ҡалдым.
    - Ул бер ҙә ҡайтманымы, һин уның ҡайҙа йәшәгәнен беләһеңме?
    - Бер ҡайтып китте, һиңә 6-7 йәш булғандыр, мин уны индермәнем, ниндәйҙер бер районда йәшәй икән тип ишетеп ҡалдым, һорашҡаным булманы.
    - Беләһеңме, әсәй, мин уны эҙләп табам, барыбер табам.
    Көн кисләһә лә, Фәрит Әхмәт дуҫына китте һәм үҙенең уйҙары менән бүлеште.
    - Һин атай-әсәйеңдән һораштыр әле, минең атай алыҫ булһа ла һинең әсәйеңдең туғаны икән, уның ниндәй районда йәшәгәнен белергә кәрәк,- тине.
    Бер көндө мәктәптән ҡайтып килгәндә Сабит ағай осраны.
    - Эй, малайҙар, сүплектәге ҡалайҙар, ниндәй билдәләр алдығыҙ, эштәрегеҙ мөшкөл ахырыһы,- тип көлгән була. Шул арала түбән оста йәшәгән Зәбир:
    - Кисә “2”, бөгөн “1”, Фәриткә ул да юҡ,- тип ысҡындырҙы.
    Фәриттең асыуы килде, бер аҙ өшкөрөп алырға булғайны ла, тегеһе, тейеп кенә ҡара, атайым кәрәгеңде бирер, тип атаһы менән ҡурҡыта.
    Сей яраға тоҙ һипкәндәй тойолдо Фәриткә, әҙ генә әйтешеп-төртөшһәләр ҙә атайҙары менән ҡурҡыталар. Мин дә табырмын әле атайымды, тип уйланы ул.
    7-се класты тамамлаған йылда Фәрит менән Әхмәт уның туғандары йәшәгән районға барырға булдылар. Әхмәттең велосипеды бар, ә Фәрит күрше ағайҙан алып торҙо, һәм улар бер кемгә лә әйтеп тормайынса юлға сыҡтылар. Ә юл алыҫ ине - 100-150 саҡрым тирәһе булыр. Эҫе йәй көнө, велосипед ишеп барып ҡара әле. Ярай әле йөк тейәгән “Колхида” машиналары осрай, тау башына уларға йәбешеп менәләр, ә төшкәндә рәхәт, шофер ағайҙар йоҙроҡ менән ҡурҡыта ҡурҡытыуын. Улар ауылға арып-талып килеп инделәр. Хәл йыйғандан һуң Фәрит үҙенең ни өсөн килгәнен әйткәс, Әхмәттең еҙнәһе Раян ағай шатландырҙы. Ул Фәриттең ошо районда йәшәүен белә, тик ниндәй совхозда икәнен белмәй, шулай ҙа ул Фәриткә ярҙам итергә һүҙ бирҙе.
    Яңы уҡыу йылы башланырға тора, ә кейемгә, китап-дәфтәргә аҡса кәрәк. Фәрит күршеһе Фәнис менән әҙ булһа ла аҡса булыр, тип колхоз яланынан ҡалған бәрәңгеләрҙе йыйырға һөйләштеләр. Барҙылар, йыйҙылар, тик полевод ағай килеп, бәрәңгеләрҙе кире түктерҙе, ҡолаҡтарҙы бороп алды. Ярамағас ярамай инде, тип ҡайтып китте малайҙар.
    Уҡыу йылы бөткәнен дә көтмәйенсә, яҙғы каникулда Фәрит тағы атаһын эҙләргә юлланды. Раян ағай менән ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат, нимә тура килә шуға эләгеп, арып-талып ҡайттылар. Ләкин Фәрит уйынан кире ҡайтырға уйламаны ла. Артабан ул үҙе генә эҙләүҙе дауам итте, ниһайәт, килеп тапты “Красное знамя” совхозын. Һорашып атаһының өйөн дә тапты, уны бында яҡшы беләләр, оҙаҡ йылдар ул совхозда баш бухгалтер булып эшләгән икән. Нимә уйларға белмәй, күҙҙәренә йәш тулып, аяҡтары ҡалтырап, ҡапҡа төбөндә күпме торғанын хәтерләмәй Фәрит.
    ”Кем һин, нимә эшләп тораһың, берәр нимә урларға уйлап тораһыңмы?” – тип уны хужабикәнең тауышы айнытып ебәрҙе. Барыһын да аңлатып биргәс, өйгә инделәр. Ихата матур, төҙөк, бар ерҙә тәртип. Яҡшы йәшәйҙәр икән, беҙҙеке кеүек түгел инде, тип уйланы Фәрит. Карауатта таҙа ғына ир кеше ята, ҡатыны уға бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Фәрит атаһы уны ҡосаҡлап алыр, улым, килдеңме, тип әйтер тип уйланы. Тик, атаһының ҡарашы һалҡын ине, бәлки сире көслө булғандыр. Фәрит бындай осрашыу көтмәгәйне, шуға ул был мәлдә юғалып ҡалды. Шул арала хужабикә мул өҫтәл әҙерләне, ләкин Фәрит бик асыҡһа ла, тамағына бер нимә лә барманы. Күпме ерҙәр үтеп, күпме ваҡыт эҙләп тапты бит ул атаһын. Ул “улым” тигән һүҙен дә йәлләне. Ә уның бит атай йылыһын тойғоһо килгәйне, ауыҙ тултырып, атай, һин бит миңә бик кәрәк, тип әйтәһе килгәйне. Ҡыйын булды Фәриткә.
    Бер кис ҡунып, иртәгәһенә бер аҙ аҡса биреп Фәритте оҙаттылар. Атаһы әсәһе тураһында һорашманы ла, белдең ҡайҙа йәшәгәнде, килеп йөрө, тип әйтте әйтеүен. Фәриттең ҡабат килергә уйында ла юҡ ине. Ун алты йыл атайһыҙ үҫтем, артабан да йәшәрмен әле, әсәйем генә иҫән булһын, өйләнеп, балаларым булһа, ниндәй хәлдә булһа ла мин уларҙы етем итмәйәсәкмен, баланың атаһы ла, әсәһе лә булырға тейеш. Шундай уйҙарға бирелеп ул оҙаҡ торҙо юл буйында. Ярай әле бер йөк машинаһы туҡтап ултыртты, шуның башында елләп, төндә килеп инде Әхмәттең туғандарына, ә иртәгә ауылға ҡайта, унда уны һөйөклө әсәһе көтә.
    Әлиә РӘХИМОВА.
    Яңы Ҡыйышҡы ауылы.

https://filippow.ru/portfolio/items/malchik-s-nozhichkom/

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: