Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
2 Июль 2023, 20:37

Районда - 100-сө туй!

Туйҙар – кеше ғүмерендәге иң мөһим, иң сағыу, иң иҫтәлекле ваҡиға. Районда һуңғы кварталда туйҙар һанының артыуы, ҡыуаныслы күренеш.

Районда - 100-сө туй!
Районда - 100-сө туй!

Йәштәрҙең никахтарын законлы теркәү өсөн 23.06.2023 һандары менән матур датаны һайлауҙары тураһында ла әйтеп үтке килә. Шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙең дә законлы никахҡа инеүҙәре тулҡынландырғыс ваҡиғаға әүерелде. Мәҫәлән, Вадим менән Гүзәлиәнең туйҙары ялға ҡайтҡан һалдаттың 33 йәше тулыуына һәм 2023 йылда 100-сө законлы никах теркәүгә тура килде. Йәштәр туйҙарын кейәүҙең тыуған көнөнә тура килтергән. Әйҙәүсе белгес-эксперт Әлиә Хәйҙәрова никахҡа инеүселәрҙе туй көндәре менән ҡотлап, тәүге ғаилә документын - нихакҡа инеү тураһында таныҡлыҡ һәм Республика башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау открыткаһы тапшырҙы.
Беҙ яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләләргә тормош юлын лайыҡлы һәм намыҫ менән үтеүҙәрен, бер-береһенә булған һөйөүҙәрен һәм ышаныстарын ғүмер буйына һаҡлауҙарын теләйбеҙ.
Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын. Изге зистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ татыу һәм ныҡлы булһын.
Елена Ғәбитова,
Райондың ЗАГС бүлеге начальнигы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: