Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
2 Июль 2023, 13:24

“Моңдар ҡайтһын ауылға!”

Мөкәй ауылы клубы мөдире Гүзәл Сыңғыҙова бик матур башланғыс башлап ебәрҙе. Ул “Моңдар ҡайтһын ауылға” тип атала.

“Моңдар ҡайтһын ауылға!”
“Моңдар ҡайтһын ауылға!”

Был сараны беҙ ауылдар һүнмәһен, уларҙа йыр-моң тауыштары яңғырап торһон өсөн башлап ебәрҙек. Мин уҡытыусы булараҡ, көндөҙ балалар менән төрлө саралар ойошторам, кистәрен өлкәндәр менән концерттарға әҙерләнәбеҙ. Ауылда һәләтле кешеләр бик күп, уларҙы аса белергә генә кәрәк.

Өлкән йәштәгеләр клуб эшләй башлағандан алып, мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашалар, мәсеткә йөрөргә лә ваҡыт табалар. Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙ гөрләп тора.

Шул маҡсатта күптән түгел, беҙҙең ауылдың һәүәҫкәр артистары Шәрипҡол, Алайғыр ауылдарына барып сығыш яһаны. Шәрипҡолдар беҙгә ҡунаҡҡа килде, хәҙер иһә клубыбыҙҙа Алайғырҙарҙы көтәбеҙ. Башҡа ауылдарҙың да беҙҙең өлгөгә эйәреүҙәрен һәм ауылдарҙа буш торған клубтарға йән өрөргә теләйбеҙ, - тип уртаҡлаша Гүзәл Вәхит ҡыҙы.

Ике эште бергә алып барырға ваҡыт һәм көс тапҡан, ойоштороу һәләттәренә эйә булған Гүзәл Сыңғыҙоваға һәм Мөкәй ауылы халҡына афарин тиергә генә ҡала. Былай булғас, ауылдарыбыҙ йәшәр, уларҙа йәштәргә һәм балаларға ла күңелле булыр, тигән ышаныстабыҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: