Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
2 Июль 2023, 12:46

“Аҡ мәсет”тә - Ҡорбан байрамы

Түбәнге Төкөн ауылының “Аҡ мәсет”ендә Ҡорбан байрамы уҙғарылды. Иртәнге намаҙҙан һуң ауыл халҡы күстәнәстәр менән килеп, оло Ҡорбан табыны ойошторҙо.

“Аҡ мәсет”тә - Ҡорбан байрамы
“Аҡ мәсет”тә - Ҡорбан байрамы

Ҡорбан салынып, ҙур ҡаҙанда аш бешерелде. Йәштәр йүгереп йөрөп табын ҡараны, өлкәндәр доғалар уҡып, аралашып ултырҙылар. Ауылдаштар ғына түгел, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар ҙа байтаҡ булды. Йыйылыусыларҙың барыһы ла хәйер саҙаҡалары hалып, теләктәрен хәҙрәткә еткереп киттеләр. Барыhын да бер теләк борсой: ҡан ҡойоштоң туҡтауы, бәрелештәр һыҙығында ятҡан яугирҙәрҙең иҫән-имен, үҙ аяҡтарында тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙары. Теләктәрҙең ҡабул булыуын Аллаhтан hорап, Ринат хәҙрәт Хәсәнов аяттар уҡыны, халыҡ бергәләп намаҙ уҡыны, доғалар ҡылды.
Ҡунаҡтар араhынан матур телмәр менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Фәнүрә Ғирфанова, яугир әсәһе булараҡ, ошондай сараның уҙғарылыуына рәхмәтен белдерҙе.
- Ауылдың төҙөкләнеүе, матурлана барыуы, йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылыуы бик ҡыуандыра. Йәштәрҙең тырышлығы, бигерәк тә ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Вәкил улы Бикҡужиндың эшмәкәрлеге, ойоштора белеүе, ярҙамы оло әһәмиәткә эйә. Ошолай берҙәм һәм татыу булғанда ауыл һүнмәҫ. Ринат хәҙрәттең тырышлығы менән мәсет эшләп тора. Әле генә мәсеткә газ керетелгән, бында хәҙер йыл әйләнәһенә йылы буласаҡ. Ололар ҙа, кеселәр ҙә Аллаh йортона йөрөһәләр иман китмәҫ, йәм бөтмәҫ, ауылдың киләсәге яҡты булыр. Ойоштороусыларға илгә килгән ауырлыҡты бүлешә белеүегеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм, - тине Фәнүрә Абдулла ҡыҙы.
Шулай уҡ ҡунаҡ, ауылдашыбыҙ Камил Абдулла улы Бикҡужин да ауыл халҡына рәхмәтен еткерҙе.
- Йыл да ҙур ойошҡанлыҡ менән өмәләр яһап, зыяратты – ата-бабаларыбыҙҙың мәңгелек йортон ҡарап, кәртәләп, тәртиптә тотҡанығыҙ өсөн, бөтә оло быуын кешеләре, рәхмәтлебеҙ.
Миңә бәләкәй саҡта һуғыш ауырлыҡтарын күрергә тура килде. Тыл ныҡлы, халыҡ берҙәм, татыу булып, бер теләктә торһаҡ, тыныслыҡ килер, уландарыбыҙ имен-hау ҡайтыр, Аллаһ бирhә, - тине ул үҙ сығышында.
Ҡорбан байрамы аш-hыуға доға ҡылынып, изге теләктәрҙең ҡабул булыуын Хоҙайҙан hорап, Аср намаҙы менән тамамланды.
Әхмәт Бикҡужин.
Түбәнге Төкөн ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: