Видеола уларҙың был хәлгә ҡыуаныуы асыҡ күренә. Һыуҙы тәмләп ҡарап, эсергә яраҡлы булыуы хаҡында ла белдерә улар. Хатта, кадр артында кемдеңдер: “Үтәгәндәрҙең доғалары ҡабул булды!” – тигән ҡыуаныслы тауышы яңғырай.
-1960 йылдарҙа бында нефть разведкаһы эшләне. Улар скважина бырауланылар һәм көкөрт-водородлы көслө һыу фонтаны атылып сыҡты. Шундай матур күренеш булды! Беҙ, балалар, ошонда һыу инергә килә торғайныҡ. Һыуҙан серек йомортҡа еҫе сығып тора ине. Һуңынан был фонтанды томалап ҡуйҙылар. Бына кисә тракторсылар баҫыуҙа эшләгән саҡта, яңылыш торбаны эләктергәндәр һәм яңынан һыу фонтаны барлыҡҡа килгән. Тик хәҙер теге ваҡыттағы кеүек көслө урғылмай. Шулай уҡ көкөрт-водород еҫе һәм тәме ул тиклем ныҡ һиҙелмәй. Ер аҫты батшалығында нимәлер үҙгәргәндер, күрәһең, -тигән аңлатма бирә был хәлгә үҙенең комментарийында Үтәгән ауылы старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова.
-Үтәгән халҡы күптән һыуһыҙ интегә. Ике ауылға бер скважина булғас, һыу етмәй, бөтә лә ҡуя. Йәйен-ҡышын һыу график менән генә бирелә. Әле торбанан урғылып сыҡҡан һыуҙы кире ябып ҡуйҙылар. Ошонда берәй нәмә ҡороп ҡуйып, йә Кәсеүән йылғаһына йырын йырып ебәреп, ауыл халҡын һыу менән тәьмин иткәндә бик яҡшы булыр ине, -тигән фекере менән бүлеште ошо ауылда тыуып үҫкән Сәлих Хисаметдинов.