+17 °С
Ясна
Ауылдарҙа матур итеп мал көтөүгә сыҡты. Тик ошо йәмле мәлде боҙған күренештәр ҙә бар. Уларҙың береһе – малға ҡырағай йәнлектәрҙең һөжүм итеүе.
Бөгөн ошондай осраҡтарҙың береһе тураһында билдәле булды. “Ейәнсура таңдары” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, айыу һарыҡ көтөүенә һөжүм иткән һәм ике һарыҡты йыҡҡан. Был хәл Әбйәлил районының Буранғол ауылында булған тиҙәр.
Әлбиттә, ҡыш буйы аҫрап сығарған малдан ҡолаҡ ҡағыу аяныслы. Ҡайһы бер осраҡта кешеләр ҙә януарҙың ҡорбаны булыуы бар, урманға барһаҡ, һаҡ булайыҡ!
Фото: "Ейәнсура таңдары".