Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
24 Апрель 2023, 21:39

Тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү сере менән уртаҡлаша

Уңған хужабикәләрҙең ҡыярҙары ла өлгөргән. Асыҡланыуынса, ...    

Тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү сере менән уртаҡлаша
Тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү сере менән уртаҡлаша

Күп хужабикәләр ҡыярҙы иртә сәсеп, тәҙрә төбөндә үҫтереүгә өҫтөнлөк бирә.

Баҡтиһәң, тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү өсөн бөтә сорттар ҙа тура килмәй икән. Һайлағанда партенокарпик гибридтарға йәки кәрлә сорттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Улар өлөшләтә күләгәне кисерә, ә емшәне барлыҡҡа килтереү өсөн бөжәк кеүек һеркәләндереүселәрҙең ҡатнашыуы талап ителмәй.

"Был йәшелсәне үҫтерергә көньяҡҡа йәки көнсығышҡа ҡарап торған тәҙрәне һайлағыҙ. Көндөҙ етерлек яҡтылыҡ булмаһа, фитолампа ҡуйығыҙ.Ҡыяр йылы ярата. Температураның +22, +24 градус булыуы шарт.

Ҡыяр үҫентеһе өсөн биш-алты литрҙан да кәм булмаған һауыт кәрәк. Унда етерлек күләмдә дренаж һалығыҙ. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан «Эпин» иретмәһендә тотоғоҙ. Үҫентеләр тишеп сыҡҡансы һауытты пленка менән ҡаплағыҙ. Буйға үҫмәһен өсөн мыйыҡтарын өҙөп торалар.

Ике-өс япрағы күренгәс, азотлы ашлама менән туҡландырыу талап ителә. Япраҡтары һарғайһа, калийлы, фосфорлы ашламалар индерәләр.
Өйҙә ҡыяр үҫтереү өсөн «Кураж», «Балконное чудо», «Меринда», «Маша», «Зятек» сорттары ҡулай", - тип кәңәштәр бирә Фәнүзә Танһыҡҡужина.

Сығанаҡ һәм фото: Фәнүзә Танһыҡҡужинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: