Ауыл старостаһы Нур Ғәҙелшин, мәғариф уҙаманы Клара Абакачева, предприятие директоры Илдар Исхаҡов, Вилдан хәҙрәт Хәсәнов, әүҙем йәмәғәтсе Зөлфәр Хөсәйенов барыһын да байрам менән ҡотланы, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, алдағы йылда ла байрамдарҙы бергәләп матур ҡаршыларға саҡырҙы.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа мәсетебеҙ әүҙем эшләй, йома намаҙҙары үткәрелә, ғәрәп телен, Ҡөръән серҙәрен өйрәнеү буйынса дәрестәр үтә. Шуныһы ҡыуаныслы - йәштәр мәсеткә киләләр, күңелдәрен иман нуры менән байыталар.
Ауылыбыҙҙа Рамазан айында ураҙа тотоусыларҙың күбәйеүе бигерәк тә һөйөнөслө. Шуға ла байрам улар өсөн айырыуса тантаналы булды. Өйҙәрҙә ай буйы ифтар мәжлестәре, Ҡөръән аштары уҙғарылды.
Быйылғы Ураҙа байрамына йөҙҙән ашыу кеше килде, байрам табыны артында күңелгә яҡын һөйләшеүҙәр, тулҡынландырғыс осрашыуҙар булды. Ураҙа ғәйетенең сығымдарын үҙ өҫтөнә ауылыбыҙҙың килене, шәхси эшҡыуар Альбертина Ғәҙелшина алды. Зөлфәр Хөсәйенов, Минзилә Абакачева, Вәсимә Хөсәйенова, Розалия Ҡолғониналар йүгереп йөрөп табын ҡорҙолар, ауылдаштарын һыйланылар.
Ошо дини байрам ауыл халҡын беректергән, берләштергән, яҡынлаштырған сара булып күңелдәрҙә ҡалды.
Фәрғәт Ҡотлобаев.
+5 °С
Болотло