Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
12 Апрель 2023, 21:35

Бөрө йыйыу мәлен үткәрмәгеҙ

Беренсе яҙғы бөрөләрҙе йыя торған саҡ етте.Бөрөләрҙәге биологик актив матдәләр организмдағы барлыҡ алмашыу процесына стимул булып тора. Бөрөләрҙе сәйнәһәң дә ярай, сәй итеп эсергә лә мөмкин. Улар һыуға файҙалы матдәләрен бирер өлгөрһөн өсөн, ҡайнар һыуҙа биш минут тоторға кәрәк.

Бөрө йыйыу мәлен үткәрмәгеҙ
Бөрө йыйыу мәлен үткәрмәгеҙ

Саф һауала йөрөгәндә төрлө ағастарҙың бер-нисә бөрөһөн алып ашағыҙ. Улар организмға тик ыңғай йоғонто ғына яһаясаҡ. Иң мөһиме – артыҡ мауыҡмаҫҡа. Әгәр ҙә ауырымайһығыҙ икән береһенә генә баҫым яһамағыҙ.
Тирәк ағасы бөрөһө - туберкулез, ревматизм, быуынға тоҙ ултырыу ауырыуҙары ваҡытында бер өлөш тирәк бөрөһөнә ун өлөш спирт ҡушып, өс аҙнаға ултыртып ҡуйырға. Һуңынан көнөнә 3-4 тапҡыр 20-30 тамсы эсергә. Һейҙек ҡыуығында таш булғанда ауыртыуҙы баҫыр өсөн үҫемлек майында ҡайнатылған бөрөләрҙе (бер өлөш бөрөгә ун өлөш май иҫәбенә) ҡулланырға мөмкин. Көнөнә өс тапҡыр ашаған ваҡытта берәр сәй ҡалағы эсергә кәрәк. Ошо уҡ майҙы һыҙлаған быуындарға ла һөртөргә мөмкин.
Авитоминозға ҡаршы уҫаҡ бөрөһөн ҡулланалар. Быуынға тоҙ ултырып һыҙланған ваҡытта, тирләү өсөн түбәндәге төнәтмәне эшләйҙәр. Бер сәй ҡалағы уҫаҡ бөрөһөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ябырға. Һыуы ҡайнаған эмалле һауыт эсенә ултыртырға һәм 15 минут тоторға. Һуңынан уны эҫе һыуҙан алып, 45 минутҡа тағы ла ҡалдырырға. Артабан һыуын һөҙөп алырға. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бер аш ҡалағы эсергә. Һутҡа бал ҡушырға ла мөмкин. Был осраҡта ул бронхиттан яфаланғанда ярҙам итәсәк.
Быуындар һыҙлағанда уҫаҡ япрағы ла ярҙам итә. Быны Мөжәүир хәҙрәт тә өйрәтеп ҡалдырған. Бының өсөн бер пакет уҫаҡ япрағы йыйып, уны ҡояшҡа һалып, һап-һары булып бешкәнсе тоторға. Һуңынан уларҙы тәрән тасҡа һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡойорға. Төнәтмәнең эҫелеге аяҡты бешермәҫлек булғас, тубыҡҡа тиклем аяҡтарҙы тығып ултырырға. Ауырыу бармаҡ остарынан сығасаҡ. Профилактика өсөн 2-3 тапҡыр эшләү ҙә етә. Мөжәүир хәҙрәт ауырыу ныҡ көслө булған осраҡта уҫаҡ япраҡтарын 40 ағастан йыйырға кәңәш иткән. Бына шундай дарыуҙарҙы беҙ аяҡ аҫтында тапап йөрөйбөҙ.
Сирен бөрөләре шәкәр диабетына ҡаршы яҡшы сара. Уларҙа һығылмалыҡ һәм ныҡлыҡ биргән матдәләр, тағы ла биофлавоноидтар бар. Әгәр бер нисә сирен бөрөһөн өҙөп алып сәйнәһәң аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ.
Ҡайын бөрөләре бик яҡшы фитотерапия сараһы булып тора. Улар ашҡаҙан, быуындар, яман шеш ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.
Сейә бөрөләре ҡалҡан биҙен дауалай. Әгәр баҡсағыҙҙа сейә үҫә икән, ваҡыт-ваҡыты менән баҡсаға инеп, бер-ике бөрө өҙөп алып ҡабырға онотмағыҙ.
Ылыҫлыларҙың бөрөһө бөтә бронха-үпкә ауырыуҙарында ла файҙалы. Балалар өсөн бәләкәй ҡарағай тубырсыҡтарынан, бөрөләренән ҡайнатма әҙерләргә була. Йыйып алып, уларҙың өҫтөнә шәкәрҙән әҙерләнгән сироп ҡойорға һәм ҡайнатып сығарырға. Балаларға оҡшаясаҡ. Бындай ҡайнатма йүткереүҙе лә дауалай.
Яҙын алма ботаҡтарын киҫәбеҙ һәм ташлайбыҙ. Баҡтиһәң, уларҙан файҙалы дауа эшләп була икән. Бының өсөн бәләкәй ботаҡтары менән бөрөләрҙе йыйып, берәй һауытҡа һалырға, өҫтөнә май һалырға һәм ҡайнатып сығарғас, әҙерәк бешкәкләп алырға. Артабан һөҙөп алаһың. Бик шәп мазь килеп сығасаҡ. Уны баш ауыртҡанда – сикәгә һөртөргә була.
Май эшләү өсөн 100 гр бөрөгә 200 гр һыйыр майы алырға.
Тирәктең бөрөләре бигерәк тә файҙалы тип һанала. Улар прополистың һөҙөмтәһен бирә һәм ирҙәр ауырыуын да дауалай (атап әйткәндә, простатитты). 100 гр бөрөнө бәләкәй ботаҡтары менән 14 көнгә араҡы ҡойоп ултыртырға, һуңынан көнөнә 10-15 тамсылап ҡына эсергә.
Ҡан тамырҙары өсөн гөлйемеш, энәлек (еҙәй), ҡара миләш бөрөләре файҙалы. Ике-өсәүһен ашаһағыҙ ҙа етә. Был бөрөнөң күҙ дефекттары булғандарға бик тә файҙалы.
Яҙын ҡарағат ботаҡтарын ҡырҡҡылайбыҙ. Ә ул аллергияға ҡаршы яҡшы сара. Ул организмдың бөтә ағзаларын да тәртипкә килтерә.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: