Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
16 Февраль 2023, 10:23

Ыуыҙ һөтөнән ниндәй ризыҡтар әҙерләргә була?

Ауыл халҡы өсөн иң күңелле мәл етте - хужалыҡтарҙа һыйырҙар быҙаулай башланы. Һөттән бик күп төрлө ризыҡ - ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ, ҡорот һәм башҡаларҙы әҙерләргә була, әммә бөгөн беҙ ыуыҙ һөтөнән әҙерләнә торған ризыҡтар хаҡында һөйләшмәксебеҙ.

Ыуыҙ һөтөнән ниндәй ризыҡтар әҙерләргә була?
Ыуыҙ һөтөнән ниндәй ризыҡтар әҙерләргә була?

Ауыл халҡы өсөн иң күңелле мәл етте - хужалыҡтарҙа һыйырҙар быҙаулай башланы. Һөттән бик күп төрлө ризыҡ - ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ, ҡорот һәм башҡаларҙы әҙерләргә була, әммә бөгөн беҙ ыуыҙ һөтөнән әҙерләнә торған ризыҡтар хаҡында һөйләшмәксебеҙ.

Ыуыҙ һөтөнән иң билдәле ризыҡ, ул әлбиттә - ыуыҙ ҡоймағы! Башҡорттарҙың борондан килгән йолаһы булараҡ һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау бөгөн дә йәшәй. Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул бик күп төрлө витаминдарға бай. 

 

Ыуыҙ ҡоймағы:

Бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт йәки ҡайнаған һыу, бер аш ҡалағындай көнбағыш майы ҡушырға мөмкин. Юғиһә, ул ҡаты буласаҡ. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ.

 

Ыуыҙ һөтөнән аш:

Тәүҙә һауған һөттө һөҙәһең һәм бер нисә сәғәт һалҡында тотаһың. Һуңынан уны һүлпән генә утҡа ҡайнатырға ҡуялар.

Ыуыҙ ҡайнап сыҡҡас, ике (ҡаты һәм шыйыҡ) өлөшкә бүленә. Ҡатыһы — ыуыҙ, шыйығы — ыуыҙ һүле була.

Ыуыҙҙы һөҙөп алып һарҡыталар һәм ҡатыралар.

Һүлендә аш әҙерләйҙәр. Еңелсә ҡыҙҙырылған һуған, тәмләткестәр ҡушалар, һурпа ҡайнап сығыу менән һалма һалына.

Өлөштәргә бүленгән ыуыҙ төшөрөп, бер нисә минут бешереп алалар.

Өҫтәлгә әҙер ыуыҙ ашын ҡорот йәки ҡатыҡ менән бирәләр.

Ашҡа картуф ҡушып бешерергә лә мөмкин.

 

Ыуыҙ һөтөнән сыр:

Кемгә ниндәй тәмләткестәр оҡшай ыуыҙға шуны ҡушырға мөмкин. Һарымһаҡ, борос, укроп алырға була. Уларҙың барыһын да бергә һалып, яҡшы ғына итеп болғатырға кәрәк. Мөмкин тиклем бейегерәк кәстрүл алып, массаны шунда ҡойорға кәрәк. Был мотлаҡ. Сөнки сыр ныҡ ҡына ҡалҡасаҡ. Тағы ла шуныһы – сыр әҙерләгән массаға йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш тә ҡушырға мөмкин. Ҡыҫҡаһы, кем нимә теләй, шуны ҡуша ала. Әсе яратҡандар һарымһаҡ, укроп, борос та һала.

Артабан кәстрүлде духовкаға ҡуйырға. Шулай уҡ икмәк бешеп сыҡҡандан һуң мейескә лә тығырға мөмкин.

Ошондай ысул менән әҙерләнгән сыр оҙаҡ һаҡлана, боҙолмай. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла.

Иғтибар! Сырҙы мотлаҡ эмалле һауытта эшләргә тырышығыҙ. Алюминдә уның тәме үҙгәрә.

 

Ыуыҙ һөтөнә бәйле ырымдар, йолалар:

- Орғасы йәки үгеҙ быҙау алырға ниәтләгәндәр, ир йәки ҡыҙ балаға ыуыҙ эсереп теләк теләгәндәр.

- Диета тотоусыларға аҙлап ҡына ыуыҙ биргәндәр. Ул әкренләп билдәләнгән нормаға еткерелә.

- Яңы тыуған малға тыуғандың беренсе сәғәтендә ыуыҙ һөтө эсерелә. Был быҙауҡайға аяҡҡа баҫырға ярҙам итә.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: