Василий Гаврилов атаһынан ҡалған боронғо йөн тетеү станогында һарыҡ йөнөн тетеп күрһәтте. Элек был станокты ҡул менән әйләндерһәләр, Василий Григорьевич уны электр менән әйләндереүгә көйләп алған. Быйма баҫыу өсөн таҙа, көҙ алынған һарыҡ йөнө генә ҡулланыла, шуға күрә быймаларҙың формаһы яҡшы һаҡлана, ултырмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта ауылдарҙа һарыҡ аҫраусылар бөтөп бара, шуға күрә йөн теттерергә йөрөүселәр ҙә юҡ тиерлек, тине ул. Был боронғо ҡорамалдың эшләү механизмын күреү, уны эшләтеп ҡарау малайҙар өсөн дә ҡыҙыҡлы булды.
Артабан беҙ Ефремкин ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванова менән бергәләп Күлләр ауылына быйма баҫыусы Нәзир Рәхмәтуллиндарға юл тоттоҡ. Нәзир Мәүлетбай улы иң элек тетелгән йөндө алып, әүәләй-әүәләй быймаға форма бирҙе. Ейәне Айҙар, уның дуҫтары Алмаз, Рәмил, Саша ла Нәзир ағайҙан өйрәнеп тороп, эшләп ҡараны.
Артабан эште ул бәләкәй өйөндә дауам итте. Бында мейестә һыу ҡайнап ултыра, барлыҡ быйма баҫыу ҡорамалдары ла ошонда урынлашҡан. Ағай тилбер ҡулдары менән форма бирелгән быйманы ҡайнар һыуға тығып алғандан һуң өҫтәлгә һалып тағы ла тығыҙланы, быйманың башын, үксәһен эшләне. Бик оҙаҡ әүәләгәндән һуң махсус ҡалыпҡа кейҙереп, уларҙы киптереү өсөн алып ҡуйҙы.
- Бер быйма өсөн 2 ҡаҙаҡ йөн китә. Был бәләкәй балаларҙың быймаһы була. Уны туғанымдың ейәненә тип баҫам. Ғөмүмән, быймаларҙы заказ өсөн баҫмайым. Үҙемдең балаларға, ейән-ейәнсәрҙәремә, туғандарыма еткереп торһам, шул еткән, - ти Нәзир ағай.
Быйма баҫырға ҡайҙан өйрәндегеҙ тигән һорауға:
- Ауылда Заҡуан ағай Мозафаров баҫа торғайны. 3-4 йыл уның эргәһенә өйрәнергә йөрөнөм. Беҙ бәләкәй саҡта быйма юҡлыҡтан, аяҡтар өшөп торғайны. Балаларым аяҡтарын өшөтмәһендәр тип тырышып өйрәндем.
Быйма – ҡышын олоһона ла, кесеһенә лә алыштырғыһыҙ аяҡ кейеме бит ул. Үҙе йомшаҡ, үҙе еңел, аяҡтар өшөмәй ҙә, тирләмәй ҙә, - тип аңлатты.
Нәзир Мәүлетбай улы төп ошо ауылдыҡы булһа, уның ҡатыны Вәсилә апай Шәрипҡол ауылынан. Улар өс балаға ғүмер биреп, ауыл еренә берегеп йәшәйҙәр. Колхоз булған осорҙа Нәзир ағай тракторҙа ла, комбайнда ла эшләй, малсы ла була. Егерме йылдан ашыу Вәсилә апай менән фермала быҙауҙар ҡарайҙар. Егәрле хужа атын бөтөргәндән һуң мини-трактор эшләп алған. Уның менән бесәнен дә, утынын да әҙерләй. Уңған хужалар һыйыр малы, егерменән ашыу һарыҡ та аҫрайҙар.
Эйе, ауылда тырыш кешеләр йәшәй. Нәзир Мәүлетбай улы кеүек алтын ҡуллы кешеләр булғанда, уларҙың кәсебен йәштәребеҙ өйрәнеп ҡалһын ине. Эшләгәнең кешегә булһа, өйрәнгәнең үҙеңә, тигән бит боронғолар.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.