Даирә
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
27 Ғинуар 2023, 14:36

«Тормош матур булмаҫ ине Һағынып иҫләр иҫтәлектәр булмаһа» Күңелдәрҙе йылыта үткәндәр

Һауала йондоҙҙар емелдәй. Улар шул тиклем күп. Мин йәш саҡтағы йондоҙҙар һаман да шул көйө.Шулар араһында Етегән йондоҙ йондоҙлоғо ла бар.

«Тормош матур булмаҫ ине Һағынып иҫләр иҫтәлектәр булмаһа» Күңелдәрҙе йылыта үткәндәр
«Тормош матур булмаҫ ине Һағынып иҫләр иҫтәлектәр булмаһа» Күңелдәрҙе йылыта үткәндәр

Уға ҡараһам, класташым Миңнифә хәтергә төшә. Дуҫым күктә емелдәшҡан йондоҙҙарға ҡарап, ул йылдарҙа популярный булған «Большая медведица» (ВИА «Здравствуй, песня» башҡарыуында) йырын көйләп йөрөргә ярата ине. Алыҫтағы мөхәббәтен һағынып хисләнә ине мәрхүмкәй. Шул егеткә кейәүгә сығырға яҙҙы ла яҙыуын, тик ул бәхет килтермәне уға... Дуҫымдың сире лә хәтәр булды: 35-тәр тирәһендә инсульт аяҡтан йыҡты ла ҡуйҙы һәм иртә ер ҡуйынына ла тыҡты.
1-се кластан алып күпме уның менән бергә үткәргән көндәр! Һағышлы һәм ҡыҙыҡлы мәлдәр... Бына хәҙер күпме йылдар уҙһа ла, һауалағы йондоҙҙарға ҡарап, ирекһеҙҙән балалыҡ дуҫҡайымды иҫләйем. Ул һаман да минең өсөн тере кеүек.

 

***
Йыл һайын 1 май етһә, тағы Миңнифәне иҫкә алам. Беҙ байрам алдынан башланғыс кластарҙа уҡыған дүрт класташ ҡыҙ: Миңнифә, Гөлсинә, Фәнзилә һәм мин берешәр һум аҡса йыйып, лимонад, консерва һатып алып, йомортҡа бешереп, Ҡайныуға байрам итергә барабыҙ. Бер саҡ Миңнифә үҙҙәренән ҙур туп килтергәйне. Ҡар һыуҙары йыйылған урында рәхәтләнеп уйнағанда, тубыбыҙ эргәләге һыуға тәгәрәне. Соҡорға йыйылған һыуҙы тирәләтеп эй йүгерешәбеҙ. Нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Беҙҙән дә бигерәк үҙенең тубы өсөн Миңнифә дуҫыбыҙ хафаланды. «Ярай, һыуҙар кипкәс, килеп алырбыҙ әле», - тип уны йыуатҡан булабыҙ. Тик һыуҙар кипкәс ниңәлер туп табылманы. Миңнифә лә йәшләй генә шул туп кеүек беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып китте... Шул туп уйнаған кеүек уның ғүмере лә тиҙ генә үтте лә китте шул.
Фәниә Сәлимгәрәева.
PS. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, гәзитебеҙҙә байтаҡ йылдар элек «Тормош матур булмаҫ ине
Һағынып иҫләр иҫтәлектәр булмаһа» тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Уны гәзит уҡыусылар бик яратып ҡабул итте һәм тағы ла үткәреүебеҙҙе һораны. Гәзит биттәрендә иң йылы һәм күңелдә уйылып ҡалған хәтирәләрегеҙ менән һеҙ ҙә уртаҡлашығыҙ, дуҫтар. Конкурстың еңеүселәре йыл аҙағында билдәләнәсәк.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: