Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
25 Ғинуар 2023, 16:54

Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр

Иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе – ҡыш айҙарын ойошҡанлыҡ менән имен сығыу, һөттө кәметмәү, быҙауҙарҙы имен-һау үҫтереү ауыл эшсәндәренең төп бурысы булып тора. Ошо бурыстарҙы “Ҡормаева Э.Р.” крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Улар араһында мал ҡараусы булып эшләгән Флүр Бикҡужин да бар.

Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр
Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр

Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫкән ир бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнай. Уҡыусы сағында уҡ - өлкән кластарҙа комбайн ярҙамсыһы булып эшләй. Егеттең тырышлығын күреп, колхоз рәйесе уны Стәрлетамаҡтағы автомәктәпкә водитель һөнәренә уҡырға ебәрә. Уҡып ҡайтҡас, уға бензовоз ышанып тапшырыла. Колхоз эштәренең ҡыҙыу ваҡыты - урып йыйыу мәлендә машиналарға, комбайндарға, тракторҙарға яғыулыҡ һәм май ташый. Уны Олокүлдән генә түгел, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан һәм Талбазынан да алып ҡайта. Артабан ике йыл армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ошо уҡ хужалыҡта эшен дауам итә. Һәр саҡ эштең өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итеү өсөн ҙур көс түгә.
Ун алты йәшенән хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған Флүр Фәрғәт улы бар ғүмерен үҙенең тыуған ерендәге хужалыҡҡа бирә. Ошо йылдар эсендә комбайнсы ярҙамсыһынан башлап, шофер, бригадир ярҙамсыһы, механизатор, гараж мөдире, малсы хеҙмәттәрен башҡара. Тыуған ауылындағы хужалыҡтың исеме һәм есеме алышынып торһа ла, ул ата-бабаларының төйәге булған ғәзиз еренән бер ҡайҙа ла сығып китмәйенсә, ошонда төпләнә, дөйөм хужалыҡ өсөн көс түгә: яғыулыҡ, иген ташый, сөгөлдөр үҫтерә, мал ҡарай. Ул эшләгән хужалыҡтарҙың уңыштарында уның да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Флүр Фәрғәт улы ниндәй генә бурыстарҙы башҡарһа ла, үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Иңенә йөкмәтелгән бурыстарын тырышып, намыҫ менән башҡара. Һигеҙ балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән ағай бәләкәйҙән үҙенә талапсан, яуаплы булып үҫә.
- Атайым малсы, әсәйем һауынсы булды. Улар көндәр буйы өйҙә булмағас, шәхси хужалығыбыҙҙағы эштәрҙе башҡара инем. Атайыма эйәреп йөрөргә лә яраттым. Бәләкәйҙән фермала үҫтем, тиһәң дә була... Бер ваҡытта ла ауылымды ташлап китергә уйламаным. Бында миңә һәр нимә ҡәҙерле. Ауылдаштарым араһында йәшәүем һәм эшләүем менән бәхетлемен, - ти ул.
Тырышлығы арҡаһында хеҙмәттәштәре һәм етәкселек араһында абруй ҡаҙана, хөрмәт менән файҙалана. Етәкселәре уның тырышлығын баһалап, төрлө йылдарҙа район Советының Дипломы, Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаты менән лайыҡлы бүләкләнә, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” билдәһен ала.
Ғаиләһендә ҡатыны Зинира Әҙһәм ҡыҙы менән матур донъя булдырғандар, өс балаға ғүмер биргәндәр. Хәҙер инде олатай һәм өләсәй шатлыҡтарын да кисерәләр.
Флүр Бикҡужин ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын эш өҫтөндә ҡаршылай. Уның һаман да йәштәрҙекенә биргеһеҙ тырышлығына, көсөнә һәм оло йөрәгенә һоҡланырлыҡ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: