Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
24 Ғинуар 2023, 09:22

Тәүге айыуын 17 йәшендә алған

Күгәрсен районының Бикбулат ауылында йәшәгән Миңзаһир олатай Алдашев: "Алдан мин, арттан Мөжәүир ағай индек айыу өңөнә..."

Тәүге айыуын 17 йәшендә алған
Тәүге айыуын 17 йәшендә алған

Миңзаһир олатай был шөғөлгә бала саҡтан уҡ килә. Нужа арҡаһында. Аслыҡ, юҡлыҡ ваҡыттарында тамаҡ бөтәйтер өсөн. Шулай ҙа был кәсеп ҡан хәтере менән бәйлелер.

- Һүҙҙе бала саҡтан башлайым әле. Иҫләгән-хәтерләгәндәремдән. Дүрт йәштән йәтим ҡалып, 13 йәшкә тиклем оло апай аҫраны. Менәүәрә апайҙы, мине һәм Хәкимә һылыуҙы. Хәкимә һылыу өс йәш ярым сағында үлеп китте. Менәүәрә апай кейәүгә сыҡты. Хәҙер ҡайҙа барырға?..

Ошо йортта өләсәйемдең оло ҡыҙы Хәлимә инәйҙәр тора ине. Уларҙың бер генә бөртөк балаһы булған, утта янып үлгән. Улар мине аҫрауға алды. Иҫәнгилдин Хөсәйен тигән бабай, беренсе төркөм инвалиды, уң яҡ ҡул суғы юҡ, һул яҡтан өс кенә бармаҡ. 13 йәштә шуның менән һунарға йөрөнөк. Көҙгөһөн ҡар яуғас, һыуһарға йөрөй башланыҡ. Ҡапҡан йөкмәйем, ҡапҡан һалам. Өйрәтә инде. Ҡар яуып, бер аҙыраҡ торғас, яңғыҙым йөрөй башланым. 14 йәш тулыр-тулмаҫ ваҡытта бабай миңә мылтыҡ алып бирҙе. Мылтыҡлы булғас, ҡурҡыу юҡ. Алыҫҡараҡ китә башланым йәнлеккә, - ти ул бала саҡ йылдарын хәтергә төшөрөп. 

- Һунарҙың кәсебе шәп ине элек. Йәнлеккә сәйен дә, онон да бирҙеләр. Шөкөр. Айына өс тапҡыр йәнлек тапшырырға ҡуштылар. Нисә йәнлек алырға, ҡасан тапшырырға типовой килешеү төҙөнөк. Хөкүмәт планы 95 һум. Йәнлек тиреһе арзан. Ҡуян тиреһе -15-20 тин, тейендеке беренсе сорт - бер һум, төлкө беренсе сорт – ете һум, һыуһар - 50 һум. 

95 һумды тултырыр өсөн күпме йәнлек атырға кәрәк... Һыуһарҙы 5-6-ны яҙҙыра торғайным. Хаҡын да һуңға табан 100 һумға күтәрҙеләр.  Хөкүмәт планын 400-500-гә еткереп үтәгән саҡтарым булды. Арттырып үтәнем. Маҡтанырлыҡ ерем бар, шөкөр. Тотҡан йәнлектәрем бер һарайға һыймаҫ.

Совхозда эшләгән саҡта иртән барып малды ҡарайым да һунарға китәм. Бүре-айыуға ла күп йөрөнөк. Икешәрләп килтергән саҡтарым да булды. Бер-ике рәт кеше алып барып ҡараным, әммә ҡушарлап йөрөү хәүефле. Береһендә өң ҡарай барҙыҡ. Ике кеше алып барҙым. Мәрхүмдәр инде. Күршеләр. Өңдә айыу бар, төтөн һалыуҙың рәтен әле белмәгәнбеҙҙер инде. Алдан мин, арттан Мөжәүир ағай индек өңгә. Айыу сыҡмай. Кире сыҡтыҡ. Юлдаштарым ҡурҡып, дер ҡалтырашып, ҡайтайыҡ тигәс, ташлап ҡайтып китергә тура килде.

Шунан тағы бер барҙыҡ кеше менән. Күрше Ғәлийән ағай мәрхүм башмаҡ көтә ине. “Миңзаһир, йыҡты бит бер башмаҡты”, - тип килде.  Ауылдан алты саҡрым ерҙә. Ҙур ялан, барһаҡ, башмаҡ юҡ, һөйрәп алып киткән. Ике айыу. Тәүгеһенә атып ебәрҙем, ауҙы. Ҡушкөбәкле мылтыҡ. Икенсеһен дә алдыҡ. Тәүгеһе тайлаҡ айыу ине.

Тәүге айыуҙы иһә мин 17 йәшемдә алдым. Һыртта һыуһарға ҡапҡан һалғайным, шуны ҡарарға барҙым. Ҡапҡанды урлағандар икән тиһәм, айыу үткән. Шәрифйән, Мөжәүир ағайҙар менән барып алдыҡ, - тип хәтер ебен һүтә олатай.

Айыуҙан ҡурҡҡан – урманға бармаҫ, тигәндәй, Миңзаһир олатай йәштән ҡурҡыу белмәҫ кеше була.

- Бер ваҡытта ла ҡурҡманым. Кеше менән йөрөһәң генә хәүефле. Үҙеңдең йөрәгеңә үҙең ышанаһың, иптәш менән барһаң, уның өсөн дә яуаплылыҡ өҫтәлә. Шуға һуңға табан гел яңғыҙ сыҡтым ауға, - ти ул.

Автор һәм фото: Айгөл Айытҡолова.

 
Автор:
Читайте нас: