Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
24 Ғинуар 2023, 12:30

Алайғырҙар еңеүгә ышана

Белеүегеҙсә, республкала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы бер нисә йыл эшләп килә. Был программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам алыуға ирешә.Алайғыр ауылы халҡы ла быйыл ППМИ-ла ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм улар сираттағы йыйылышҡа йыйылды.

Алайғырҙар еңеүгә ышана
Алайғырҙар еңеүгә ышана

Белеүегеҙсә, республкала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы бер нисә йыл эшләп килә. Был программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам алыуға ирешә.
Алайғыр ауылы халҡы ла быйыл ППМИ-ла ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм улар сираттағы йыйылышҡа йыйылды.
Йыйылышта район хакимиәте урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Илфат Хәмитов, Ефремкин ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванова ҡатнашты.
Наталья Александровна йыйылышты асып, ППМИ программаһының үҙенсәлектәре хаҡында ентекле аңлатты.
Йыйылыштың рәйесе һәм секретары һайланғас, һүҙ Илфат Йәүҙәт улына бирелде. Ул район буйынса ППМИ сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында бәйән итте һәм был программала еңеп сығыу өсөн нимәләргә кәрәклеге, инициатив төркөм ниндәй эштәр башҡарырға тейеш булыуы хаҡында һөйләне.
Алайғырҙар бер тауыштан программала ҡатнашырға риза булды. Улар шулай уҡ үҙҙәренең төрлө тәҡдимдәрен индерҙе: кемдәрҙер С.Юлаев урамы юлына ремонт талап ителә тине, икенселәр иһә иң тәүҙә төп йортобоҙ – зыяратты кәртәләргә кәрәк тип белдерҙе. Күмәкләшеп кәңәшләшкәс, йыйылышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренең тауышын зыяратты кәртәләү өсөн бирҙе.
Алдан төҙөлгән смета күрһәтеүенсә, зыярат кәртәләү өсөн 1 800 000 һум аҡса кәрәк буласаҡ. Уның 1 200 000 һумы программа буйынса бирелһә, был сумманың бер өлөшө райондан һәм иғәнәселәрҙән буласаҡ. Шулай уҡ алайғырҙар 120 000 һумды ауыл халҡы йорт башынан үҙҙәре йыйырға ҡарар итте.
Йыйылыш һуңында инициатив төркөм һайланды. Ул составҡа Фәнүс Ғилманов, Радил Ишемғолов, Зиннур Санъяров, Динә Ғәҙелшина, Миңлегөл Абдрахманова керҙе. Алайғыр ауылы халҡы был эшкә ҙур көс һалырға ниәтләй һәм программала еңеп сығыуҙарына ышана.
Розалия НАЗАРОВА.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: