Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
20 Ғинуар 2023, 11:57

Күлләр ауылында - “Аулаҡ өй”!

Күлләр ауылы бәләкәй генә булһа ла, унда бик татыу һәм берҙәм кешеләр йәшәй. Шуға күрә, ауыл халҡының “Айыҡ ауыл” программаһында ҡатнашырға теләк белдереүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне. Улар ауыл старостаһы Римма Сөләймәнова менән берлектә йыл башынан төрлө саралар ойоштороуға ең һыҙғанып тотондо. Сараларҙа кесе йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә бик теләп ҡатнаша.

Күлләр ауылында - “Аулаҡ өй”!
Күлләр ауылында - “Аулаҡ өй”!

Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ауылдың апай-еңгәйҙәре, йәш ҡыҙҙары аулаҡ өйгә йыйылышып, һалдаттарға ебәреү өсөн ойоҡбаштар ҙа бәйләй, талҡан да эшләй, туҡмасын да киҫә, үлән сәйҙәрен дә ҡаптарға тултырып әҙерләй. Әлбиттә, улар был эштәрҙе бар йөрәктән, изге теләктәр теләп башҡара.
Әле тағы улар башҡорт халҡына хас боронғо йола буйынса кис ултырып мендәр тултырыу йолаһын башҡарҙы. Ауылдаштар Римма Сөләймәнованың йортона йыйылып, ҡаҙ ҡанаты ҡауырыйҙары һыҙырҙылар, күпереп торған ҡаҙ мамығын мендәр тышлыҡтарына тултырҙылар. Оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары йәштәргә нисек итеп ҡауырһынды таҙаларға, мамыҡтың ниндәйен һайларға, мендәрҙе ҡайһы ҙурлыҡта эшләргә, уның сәләмәтлек өсөн файҙаһы, кәпрәндәрҙе дөрөҫ тегергә, ҡауырһындарҙың ҡалдыҡтарын изге теләктәр теләп һыу буйҙарына ағыҙырға кәрәк булыуын өйрәтте. Йәш ғаиләләргә иһә, өйләнешкәс, бер яҫтыҡта ятыу ғаиләнең ныҡлы һәм бер уйлы булыуы тураһындағы ырымдар барлығын Тайба Әбсәләмова бик матур итеп аңлатты. Өмә ауылдағы элек-электән ҡалған мәҙәк хәлдәрҙе һөйләү, “Ҡаҙ ҡанаты” йырын да иҫкә төшөрөп, йырҙар йырлау менән үрелеп барҙы.
Мендәрҙәрҙе тултырып, тупылдатырлыҡ булғас, йәштәргә теләктәр ҙә юрап алдылар.
- Төшкән ереңдә таш бул!
- Ике яҡтың да ата-әсәһен тигеҙ күрегеҙ!.
Эйе, хәҙерге ваҡытта магазиндарҙа бик күп төрлө мендәрҙәр, яҫтыҡтар һатып алырға була. Ә шулай ҙа үҙ ҡулдарың менән изге теләктәр теләп, тултырылған мендәрҙәргә бер ниҙә етмәйҙер. Бына шундай изке күңелле, тырыш, уңған кешеләр йәшәй Күлләр ауылында.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: