Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
19 Ғинуар 2023, 11:28

Мауыҡтырғыс шөғөл

Ҡышҡы тәбиғәт ҡосағындағы балыҡ һурпаһы бигерәк тәмле булды!

Мауыҡтырғыс шөғөл
Мауыҡтырғыс шөғөл

Ҡаты һыуыҡтар тамамланыу менән Күлләр ауылы халҡы алдан ниәтләгән сираттағы сараға йыйылды. Улар был көндө ауылдары янындағы күлгә балыҡ ҡармаҡлауға арналған йәмле байрамға ашыҡты.

Ҡышҡы балыҡсылыҡ – бик күңелле һәм мауыҡтырғыс шөғөл. Әммә ҡышҡы һыуҡта балыҡ тотоуы бик үк еңелдән түгел. Бында бик ҙур оҫталыҡ талап ителә. Иң тәүҙә күлдәге боҙҙо таҙартырға, мәке уйырға, шулай уҡ бөтә кәрәк-яраҡтарыңды хәстәрләп ҡуйырға кәрәк.

Күлләр ауылы балыҡсылары ауырлыҡтарға бирешмәне, һынатманы. Балыҡ тотоу һөҙөмтәләре ауылдаштарын ҡыуандырҙы. Байрам ҡунаҡтарының барыһы ла яңы ғына тотолған балыҡтан бешерелгән һурпаны тәмләп ҡараны. Ҡышҡы тәбиғәт ҡосағындағы балыҡ һурпаһы бигерәк тәмле булды!

“Йылғыр балыҡсы” тип аталған фестиваль ҡунаҡтары өшөмәһен өсөн ауыл уңғандары – Римма Сөләймәнова, Гөлфая, Вәлитова, Дилә һәм Дилмирә Вәлитовалар, Фәриҙә Байморатова, Фидәлиә Муллаҡаева, Зәбилә Яппарова эҫе сәй һәм тәмлкәстәр менән һыйланы.

Марат Тимербаев менән Илдар Нурышев балыҡ тотоуҙы оҫта итеп ойошторҙо. Эльза һәм Мирсаяф Вәлитовтар байрамға килгән балаларға төрлө бүләктәр әҙерләгән.

Бына шулай күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәрә үҙҙәренең ялдарын Күлләр ауылы халҡы.

Ефремкин ауыл советы хакимиәте ҡышҡы һыуыҡтарға ҡарамай ошондай күркәм сара ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт белдерә.

Рушания ХӘМӘТҒӘЛИМОВА

Автор:
Читайте нас: