Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
9 Ғинуар 2023, 15:30

Изге маҡсатҡа ирешергә яҙһын

Алайғыр ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. Белеүегеҙсә, был программа ярҙамында ауыл халҡының бик күп кенә социаль мәсьәләлрен урында хәл итергә була. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ауыл халҡының үҙҙәренең ҡатнашыуы зарур. Шулай уҡ халыҡ финанс яҡтан ярҙам күрһәтеү һәм проекттың бойомға ашырылыуын контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә.

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” проекты – ауыл халҡының проблемаһын асыҡлау һәм хәл итеүгә йүнәлтеләгән ысынбарлыҡта эшләп килгән программаларҙың береһе булып тора. Ә ауылда проблемалар бихисап.

Алайғыр ауылы мәҙәниәт йортонда ошо программала ҡатнашыу ниәте менән ауыл халҡы менән йыйылыш уҙҙы. Ауылдаштарыбыҙ бер тауыштан ауыл зыяратын кәртәләү өсөн тауыш бирҙе. Беҙ, ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә, программа сиктәрендә ҡаралған үҙебеҙҙең эштәрҙе башҡара башланыҡ. Ауылдың бер төркөм әүҙем кешеләре менән бергәләшеп оло йәштәгеләр һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың йорттарына барып, уларҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотланыҡ һәм “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы тураһында әңгәмәләштек. Уларҙың барыһы ла был проектты хуплап ҡаршы алды. Шулай уҡ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Яңы йылдың символы – Ҡуян образдарында бүләктәр тараттыҡ. Ауылыбыҙ ағинәйе Фәниә Заманова үҙенең моңло йырҙары менән һәр йорт хужаларына байрам кәйефе бүләк итте.

Яңы йылда алдыбыҙға ҡуйған изге маҡсатҡа ирешергә яҙһын тигән өмөттә йәшәйбеҙ.  

Гөлнур ИШЕМҒОЛОВА

Автор:
Читайте нас: