Даирә
+21 °С
Облачно
Ауылым, ауылҡайым
7 Января 2023, 14:24

Кәбеҫтә менән дөгөнән ҡабымлыҡ

Ял көнөгөҙ йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын! Рецепт - яҙмала.

Кәбеҫтә менән дөгөнән ҡабымлыҡКәбеҫтә менән дөгөнән ҡабымлыҡ
Кәбеҫтә менән дөгөнән ҡабымлыҡ

Байрам һәм ял көндәрендә күптәр ит ризыҡтарынан ялҡып та киткәндер. Ә бына был аҙыҡ тәмле, туҡлыҡлы, файҙалы ғына түгел, еңел әҙерләнеүе менән дә үҙенсәлекле.

Бының өсөн беҙгә кәрәк:

ҡайнатып сығарылған дөгө - 300 грамм,

кәбеҫтә - 300 грамм,

ике йомортҡа,

өс-дүрт аш ҡалағы он,

бер баш һуған,

ҡара борос, тоҙ.

Барыһын да бергә һалып болғатабыҙ һәм кәтлит формаһына килтереп әүәләйбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: simplefoodrecipes, видеояҙма "Кухня наизнанку" төркөмөнән.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас