Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
5 Ғинуар 2023, 22:23

Тай-тулаҡ өйрәткән егеттәр, таһыллығығыҙҙы күрһәтегеҙ!

"Ирәндек" хәйриә фонды 23 февралгә тиклем видеоконкурс иғлан итте.  

Тай-тулаҡ өйрәткән егеттәр, таһыллығығыҙҙы күрһәтегеҙ!
Тай-тулаҡ өйрәткән егеттәр, таһыллығығыҙҙы күрһәтегеҙ!

Сибай ҡалаһындағы "Ирәндек" хәйриә фондының төп маҡсаты булып башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү тора. Фонд ғинуар башында үҙенсәлекле конкурс иғлан итте. Был хаҡта ошондай иғлан бирелде:

"Хөрмәтле ат һөйөүсе егеттәр!

"Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды 1,5-4 йәшлек атты өйрәтеү буйынса видеоконкурс иғлан итә. Бәйгегә 2 ғинуарҙа старт бирелә, һәм ул 23 февралгә тиклем дауам итә.

Конкурстың шарттары:
1. Бәйгелә ҡатнашыусы "Ирәндек" фонды ойошторған конкурста көс һынашам" тип, исем-шәрифен, ҡайһы райондан икәнлеген әйтергә һәм өс минутлыҡ видеояҙма һалырға тейеш.

2. Аттың башына һуғыу тыйыла, әҙәп һаҡларға (һүгенмәҫкә).

3. Атты өйрәткәндә ҡороҡ, йүгән, эйәр ҡулланырға мөмкин.

4. Видеояҙманы 89373333805 телефонына йәки "Ирәндек" хәйриә фонды төркөмөнә һалырға кәрәк. Видеоны яҡшы урында төшөрөү мотлаҡ (өйрәтелгән урын таҙа булһын)".

Фото һәм видео сығанағы: https://vk.com/irandyk_foundation

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: