Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
4 Ғинуар 2023, 17:07

Күлләр халҡы ҡаҙ өмәһен ысын ҡыш булғас уҙғарҙы

Ҡаҙ өмәһен көҙөн үткәргәнгә өйрәнгәнбеҙ, ләкин ҡайһы бер уңған хужабикәләр икенсе партия бәпкә алып, ысын ҡыш булғас ҡына һуялар.

Күлләр халҡы ҡаҙ өмәһен ысын ҡыш булғас уҙғарҙы
Күлләр халҡы ҡаҙ өмәһен ысын ҡыш булғас уҙғарҙы
Сөнки ҡар күрһә, ҡаҙ ите айырыуса тәмле була. Күлләр ауылы халҡы өмәләрҙә, бер-береһенә ҡулалмашҡа, ярҙамға ихлас йөрөй. Ярҙам итеү - ауылдаштарҙың ҡанында.
Хужабикә иртән-иртүк ҡоймаҡ ҡойоп, бауырһаҡлап сәй эсереп өмәселәрен һыйлап сығарғас, ең һыҙғанып, эшкә тотондолар. Шаян һүҙҙәр менән эш һиҙелмәй ҙә ҡала. Ир-егеттәр үҙ эштәрен бик теүәл башҡарҙы. Ҡатын-кыҙҙар йырлап - йырлап күл буйында ҡаҙҙарҙы сайҡатты. Өмәселәр ҡайтыуына мул өҫтәл табыны, ҡаҙ өлөштәре көтә ине. Изге теләктәр менән табын артында йыйылдыҡ. Киләһе йылдарҙа ла купләп каҙ үҫтереп, балалар менән шатлыҡлы ризыҡҡа яҙһын, тип теләнек. Ҡаҙҙар үҫеп торһон, өмәләр гөрләһен, донъялар имен булһын.
#трезвоесело #айыкауыл #куллярово
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: