Даирә
+24 °С
Ямғыр
Ауылым, ауылҡайым
2 Ғинуар 2023, 06:30

Йыл малсыһы

Түбәнге Төкөн ауылынан Сәғит Аманов йыл йомғаҡтары буйынса был номинацияла еңеп сыҡты. Ул “Ҡормаева Э.Р” крәҫтиән-фермер хужалығында уңышлы эшләй, үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡарауы менән айырылып тора.

Йыл малсыһыЙыл малсыһы
Йыл малсыһы

Намыҫлы хеҙмәте менән хеҙмәттәштәре араһында абруй яулай һәм йыл һөҙөмтәләре буйынса яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Үҙен малсылыҡҡа бағышлаған Сәғит Рәүис улы бер үк ваҡытта ферма мөдире һәм һауын операторы булып эшләп, намыҫлы хеҙмәте менән үрнәк күрһәтә. Ауыл хужалығында йыл күрһәткестәре буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, район хакимиәтенең Почет ҡағыҙына лайыҡ була.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас