Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
14 Сентябрь 2022, 11:20

Ҡаҙ майының файҙаһын беләһеңме?

Витаминдар хазинаһы булып торған ҡаҙ майының ифрат шифалы икәнен күптәр белмәй. Ниндәй сирҙәрҙән ярҙам итә икән ул кеше организмына?  

Ҡаҙ майының файҙаһын беләһеңме?
Ҡаҙ майының файҙаһын беләһеңме?
Витаминдар хазинаһы булып торған ҡаҙ майының ифрат шифалы икәнен күптәр белмәй. Ниндәй сирҙәрҙән ярҙам итә икән ул кеше организмына?
Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ!
 
Ҡаҙ майында РР, Е, Д, В тѳркѳмѳ витаминдары, бик күп файҙалы кислоталар, цинк, магний, селен һәм башҡа минералдар бар. Ул тулыһынса тәбиғи, холестерин юҡ.
Ҡаҙ майындағы кислота организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың һәм уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ә был үҙ сиратында косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙ һеңеүенә килтерә, яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы, йодты үҙләштереүгә булышлыҡ ҡыла. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
Ҡаҙ майы тәбиғи дауалау продукты булып һанала. Тиҙ үҙләштерелеүе, йылытыу үҙенсәлегенә эйә булыуы, күҙәнәктәрҙе яңыртыуы, организмдың һаҡлау көсѳн арттырыуы, файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итеүе арҡаһында ул халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, күп ауырыуҙарҙан яҡшы сара булып тора.
Дѳрѳҫ һаҡланған ҡаҙ майы ярҙамында бронхиттан ҡотолоп була. Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлде бѳтѳрѳү өсөн уны ҡырғыстан үткәрелгән һуған менән бутап, ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгѳлѳккә күкрәк өлөшөнә һөртөргә лә мөмкин. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Арҡа ауыртҡанда уны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙағы ауыртыуҙар борсомаһын өсөн тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар.
Быуындар һыҙлағанда ҡырғыстан үткәрелгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына (тигеҙ күләмдә алына) бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һѳртѳргә һәм ике сәғәт тоторға. Дауалау курсы – 7-10 кѳн.
Ҡаҙ майын оҫта хужабикәләр бешеренеү өсөн дә ҡуллана. Бәлеш, сөсө ҡамыр баҫҡанда уны ҡалаҡ осо менән генә һалып ебәреү ҙә ҡамырҙы йомшаҡ итеүгә килтерә. Бөйөрөктәр бешергән шыйыҡ майға ла аҙ ғына уны ҡушыу зыян килтермәҫ.
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: