Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
1 Сентябрь 2022, 14:56

Күңелдәрҙе оҙаҡ йылытыр әле...

Ҡасандыр ауылдың мәктәбе урынлашҡан ерҙә, күркәм ҡайынлыҡ янында ауылдаштар гөрләтеп байрам ойошторған. Һый-ниғмәт менән тулы өҫтәлдәр, осрашыу-күрешеүҙәр, танышыуҙар, йыр-моң менән тулы сара ауылдаштар күңеленә хуш килде.

Күңелдәрҙе оҙаҡ йылытыр әле...
Күңелдәрҙе оҙаҡ йылытыр әле...

Күңелдәрҙе оҙаҡ йылытыр әле...

Күлләр ауылының олоһонан алып кесеһенә тиклем оло сараға - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына йыйылды. Ҡасандыр ауылдың мәктәбе урынлашҡан ерҙә, күркәм ҡайынлыҡ янында ауылдаштар гөрләтеп байрам ойошторған. Һый-ниғмәт менән тулы өҫтәлдәр, осрашыу-күрешеүҙәр, танышыуҙар, йыр-моң менән тулы сара ауылдаштар күңеленә хуш килде.

Байрам тантанаһын район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев асып, үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе һәм бер аҙ ауыл тарихына байҡау яһаны:

- Күлләр ауылы Дыуан-Табын волосының баш ауылы булып торған. Бында совет власы йылдарында Ҡырмыҫҡалы волосынан килеп, үҙҙәренә ҡушылырға тәҡдим иткәс, улар риза булмаған, үҙҙәре айырым йәшәргә теләгәндәрен белдергән. Бында бик көслө мәктәп булған. Күлләр ауылы бай тарихлы. Ауылда йәшәүсе йөҙҙән артыҡ кеше 500-ләп ат ҡараған. Бер ерҙә лә ул хәтлем ат ҡараған ауылдар юҡ, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, Күлләр ауылына бағышлаған шиғырын уҡып ишеттерҙе һәм ауылдың старостаһы, ошо байрамды ойоштороусы Римма Сөләймәноваға район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Байрам сараһына йыйылғандарҙы сығышы менән ошо ауылдан булған район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Рәсил Исламов, Николаевка ауыл советы башлығы Рәүилә Ҡултыгина тәбрикләне.

Артабан һүҙ алған Ефремкин ауыл советы хакимиәте башлығы Наталья Иванова:

- Ошондай саралар уҙған саҡта бик тулҡынландырғыс хистәр кисерәбеҙ. Байрамыбыҙға килеүселәр аҙ булыр тип борсолғайныҡ. Бына бөгөн беҙ бында майҙан тулы ауылдаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы күрәбеҙ. Үҙегеҙҙең тыуған ерегеҙҙе килеп күреү өсөн ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Ошо бәләкәй генә Күлләр ауылында һуңғы ике йылда һеҙҙең менән бергәләшеп бик күп эштәр башҡарҙыҡ. Зыяратты кәртәләү өсөн аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға айырым рәхмәт әйтке килә. Өмәләргә лә ауыл халҡы бик теләп килә. Был эштәрҙең барыһын да ойоштороусы, ауыл халҡын әйҙәп йөрөүсе Римма Сабирйән ҡыҙы кеүек кеше кәрәк  шул. Уға беҙ афарин тип әйтәбеҙ һәм оло рәхмәт белдерәбеҙ. Римма Сөләймәнова урындағы ауыл советының депутаты ла, шулай уҡ ауылдың старостаһы ла булып тора. Барлыҡ эштәрҙе лә ул ысын күңелдән, ихлас башҡара,  - тип ауыл советы исеменән Рәхмәт хаты менән бүләк тапшырҙы.

Шулай уҡ Күлләр ауылының күркәм ғаиләләре, әүҙем кешеләре, байрам өҫтәле әҙерләгәндә оло ярҙам күрһәтеүселәр был матур байрамда Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, “Матур йорт”, “Матур ишек алды”, “Өй эсе биҙәлеше” кеүек номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Ауылдаштар осрашыуына Иҫке Бәпес ауылының “Бөрлөгән” башҡорт фольклор ансамбле (етәксеһе Наилә Ишемғолова), Алайғыр ауылының “Зәйтүнгөл” вокаль ансамбле,  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - Гөлшат Ильясова, Илдар Хәсәнов һәм Фәрит Яҡшығолов, һәүәҫкәр башҡарыусылар - Хәфизә Ғәлина, Гөләйшә Мифтахова, Раил Ғилмановтың моңло йырҙары, Гөлнур Шаймарҙанова, Динә Ғәҙелшина, Резеда Ғәлимова һәм Күлләр ауылы бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре йәм өҫтәне.

Тантана һуңында ошо ауылда тыуып үҫкән Юлай Әбсәләмов ауылдаштарын бай тарихлы һәм үҙенсәлекле тәбиғәтле Күлләр ауылы хаҡында тиҙҙән китап донъя күрәсәк тигән яңылығы менән ҡыуандырҙы. Яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарға таралған ауылдаштарҙы осраштырған, шундай ихлас хис-тойғолар менән һуғарылған байрам бүләк иткән яҡшы кәйеф бында килгән ҡунаҡтарҙың күңелен бик оҙаҡ йылытыр әле.

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

 

Дилә ВӘЛИТОВА, Өфө ҡалаһы:

- “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы беҙҙең ауылда тәүгә үтә. Ун йыл элек ошондай уҡ ҙур, матур “Шәжәрә байрамы” ойошторолғайны. Нисә йыл күрмәгән таныштарҙы күреү, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү күңелгә шул тиклем йылы тәьҫораттар, ыңғай хис-тойғолар бүләк итә. Тыуған ауылымдан 1973 йылда, 11 генә йәшемдә, Өфөнөң данлыҡлы 1-се гимназия-интернатына уҡырға сығып киткәйнем. Мәскәү коммерция университетын тамамлағас, ғүмер буйы сауҙа өлкәһендә эшләнем. Әле хаҡлы ялдамын. Һәр ваҡыт тыуған яҡтарымды һағынып ҡайтам. Тәпәй баҫҡан ер һәр ваҡыт үҙенә тарта. Тормошта осраған ауыр мәлдәрҙә ошо ауылыма ҡайтып, бала саҡтағы кеүек йәшел үләндән ялан аяҡ йөрөп, зәңгәр күккә бағып, яңынан көс-дәрт алып, хәл йыйып китәм. Шунан һуң барлыҡ проблемалар ҙа еңел һәм ыңғай хәл ителә лә ҡуя. Бында төп йортта бер туған энем йәшәй, ә беҙ - Өфөлә донъя көткән дүрт бер туғандары йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйбөҙ. Ауылыбыҙ бик йәмле урында урынлашҡан. Уны элек бәләкәй генә туғыҙ күл уратып алған ине. Тик, ҡыҙғанысҡа, тәбиғәттең үҙгәрештәре арҡаһында әле шуларҙың дүртәүһе генә ҡалған. Төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға ла бай булған ауылыбыҙ. Элек бында хатта кирбес заводы булған. Шундай күркәм байрам ойоштороусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм.   

Фотоларҙа:

  1. Ауыл ағинәйҙәре, күптән түгел генә 90 йәштәрен билдәләүсе тыл хеҙмәткәрҙәре Тайба Әбсәләмова менән Хәниә Хәсәнованы олпат юбилейҙары айҡанлы бүләкләнде.
  2. Күлләр ауылының иң йәш гражданы Эльмир һәм уның ата-әсәһе Рөстәм менән Айһылыу Нурышевтар ҙа бүләккә эйә булды.
  3. Был матур көндө уңған, өлгөлө ишле ғаилә Зәбир һәм Әнүзә Рәхмәтуллиндарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
  4. Ауылдың иң әүҙем ҡатнашыусылары Нәзир Рәхмәтуллин, Әхәт Муллаҡаев, Рәмил Нурышев, Марат Байморатов, Гөлфиә Вәлитова, Миңлегөл Хәсәнова, Ләйсән Мәмлиева, Радик Исламғәлин, Фидәлиә Муллаҡаева, Динара Григорьева Рәхмәт хаттары алды.
  5. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусы иң йәштәр - Александр Григорьев, Аделя Нурышева, Элина Нурышева, Илфат Сөләймәнов, Айҙар Рәхмәтуллин бүләкләнде.

 

Вставка2 (һыйһа)

18-се  быуаттың  аҙаҡтарында Күлләр ауылындағы 27 йортта 98 кеше донъя көткән.  Ваҡыт үтеү менән ауыл ҙурая, кешеләр һаны арта бара. Ишетеү  буйынса  ауылда  Күпәс бейҙең вариҫтары ла йәшәгән. 1816 йылдағы ревизия буйынса 75 йәшлек отставкалағы старшина Күрпәсов Йәрмөхәмәт Абдрахман улы ла иҫәпләнә. 1850  йылда  уның  улы  Искәндәргә 72  йәш  була. Күрпәс – Табын  волосы ла Күрпәс  исеменән алынған. 1850  йылдағы 9-сы  ревизия буйынса Күлләр ауылында 126 ир һәм  112 ҡатын-ҡыҙ  иҫәпләнгән. 1920 йылда 87 йортта 206 ир һәм 198 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Улар  малсылыҡ,  ер  эшкәртеү,  умартасылыҡ  һәм  балыҡсылыҡ  менән шөғөлләнгәндәр. 1839 йылда уҡ ауылдағы 173 кеше 500 баш ат, 200  баш һыйыр, 39 һарыҡ һәм 25 кәзә тотҡандар.  Ауылда мәсет һәм мәктәп тә булған. Ҡәһәрле  һуғыштар Күлләр ауылын ситләп үтмәй. 1812 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышында Хәсәнов  Мөхәмәтдин һәм Ҡәҙербирҙин Бикбулат кеүек батыр атай-олатайҙарыбыҙ ҡатнашҡан.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: