Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сыбыртҡыны электр көтөүсе алыштыра

Яҙ етеп, йәшел үләнгә аяҡ баҫҡас, ауыл халҡының мәшәҡәттәре бермә-бер арта. Ауылда йәшәгән кешенең күҙ төбәп торғаны, килем сығанағы мал менән бәйле. Мал тип әйтеүе генә анһат, уны аҫрау өсөн күпме көс түгелгәнен хужалар үҙҙәре генә белә. Райондың барлыҡ ауылдарында күптән инде малдар тар ҡуранан иркен яландарға, йәшел һутлы үлән утларға көтөүгә сыҡты.

Сыбыртҡыны электр көтөүсе алыштыра
Сыбыртҡыны электр көтөүсе алыштыра

Яҙ етеп, йәшел үләнгә аяҡ баҫҡас, ауыл халҡының мәшәҡәттәре бермә-бер арта. Ауылда йәшәгән кешенең күҙ төбәп торғаны, килем сығанағы мал менән бәйле. Мал тип әйтеүе генә анһат, уны аҫрау өсөн күпме көс түгелгәнен хужалар үҙҙәре генә белә. Райондың барлыҡ ауылдарында күптән инде малдар тар ҡуранан иркен яландарға, йәшел һутлы үлән утларға көтөүгә сыҡты.

Мал көтөү төрлө төбәктә төрлөсә ойошторолған. Шулай уҡ көтөүсегә түләү хаҡтары ла төрлөсә. Хәҙерге заманда көтөүсе табыуы еңелдән түгел икәнен дә барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бик үк “престижлы” һаналмай ул эш бөгөнгө көндә. Бер туҡтауһыҙ яуған ямғыр аҫтында йәки хәлдән тайырлыҡ эҫелә көндәр буйы киң яландарҙы иңләргә берәү ҙә ашҡынып тормай. Етмәһә, малдың һәр башы өсөн яуап бирер кәрәк. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауылдарҙа ла тиерлек сиратлап көтөү ойошторолған, ә кемдер үҙ сиратында эштән бушай алмай йә көтөү көтөргә үҙенең ҡулынан килмәй, улар кеше ялларға мәжбүр була. Шуны ла әйтергә кәрәк: йылдан-йыл ауылдарҙа мал һаны кәмей бара. Килеменә ҡарағанда сығымы күберәк, тип аңлаталар был хәлде улар. Уның икенсе сәбәбе лә бар: ауыл халҡының көн итмеше яйлап ҡына ҡала халҡыныҡына яҡынлаша бара, күптәр бөтөнләй мал аҫрамай, бөтә аҙыҡ-түлекте магазиндан һатып алыуҙы хуп күрә, баҡса үҫтереүселәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Бынан күп йылдар элек һәр ауылда икешәр һәм унан да күберәк көтөүҙәр тулып йөрөүен һағынып иҫләргә генә ҡала беҙгә.

Бөгөнгө көндә ҡайһы ауылда көтөү нисек ойошторолған? Ошо турала белештек һәм хәҙерге заман техникаһы алға киткән саҡта сыбыртҡы тотҡан көтөүсегә ихтыяж кәмеүе, күп ерҙәрҙә уны электр көтөүсеһе алыштырғанын асыҡланыҡ. Мәҫәлән, Шәрипҡол, Һәүәләй, Бишауыл-Уңғар, Мөҡсин, Ҡарлыманбаш, Ҡарламан, Алайғыр, Мөкәй, Иҫке Муса ауылдары малдарын шул тимер сыбыҡ һаҡлай. Шәрипҡол ауылы халҡы ошо көндәрҙә йорт башынан берәр мең һум аҡса йыйып, шулай уҡ электрон көтөүсе һатып алғандар. “Күмәкләшеп өмәгә сығып, көтөүсебеҙҙе урынлаштырып та ҡуйҙыҡ. Күп эш ир-егеттәр иңенә төштө. Ҡатын-ҡыҙҙар электр сымдарына ҡыҙыл таҫмалар бәйләп сыҡты. Өмәлә әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма рәхмәт белдерәм”, - тигән ҡыуаныслы яңылығы менән бүлеште Шәрипҡолдан Гөлдәр Моратова. 

Ошоға тиклем йыл да көтөү көтөргә сиратлап сыҡҡан Түбәнге Төкөн ауылы халҡы ла шулай уҡ һәр йорттан берәр мең һум аҡса йыйып, тиҙҙән ауыл малын көтөргә электр көтөүсеһен ялламаҡсылар. “Йылдан-йыл көтөүҙә мал кәмей бара. Былтыр 109 баш эре мал булһа, быйыл улар 65-кә генә ҡалды. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер ауылда көтөүсе табыуы ҡыйын. Был эш менән шөғөлләнергә теләүселәр юҡ. Кеше яллап көттөрһәң, бер көн өсөн 2 мең һум тәңкәне кеҫәңдән сығарып һалырға тура килә”, - ти был хаҡта үҙен көтөүҙең начальнигы тип таныштырған Әнүр Аманов.

Үрге Төкөн ауылында сиратлап көтөү ойошторолған. Сираты еткән кеше өсөн сыҡҡан көтөүсегә улар былтыр 1500 һум түләһәләр, быйыл ул хаҡ 1800-гә күтәрелгән. Сығырға теләүсеһе генә булһын, түләйбеҙ, тиҙәр был турала үргетөкөндәр.  Үтәгәндәр ялланып көтөүсене - 1 000 һум, Күлләр ауылыныҡылар – 1500 һум, Иҫке Бәпес халҡы  1000-1500 һум менән риза итә. Бына шулай, хаҡтар төрлө ауылда төрлөсә билдәләнә. Көтөү, көтөүсе темаһы буйынса бер нисә кешенең фекерен белештек.

Илдар ХӘСӘНОВ, Абдул ауылы:

- Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, шөкөр, мал күп. Ҡайһы бер ғаиләләр, хатта, 8-шәр эре мал тота. Көтөү сығыр алдынан ауыл халҡы менән бергә сходҡа йыйылабыҙ һәм унда барлыҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итәбеҙ, көтөү үгеҙе мәсьәләһен хәстәрләргә лә онотмайбыҙ. Шулай уҡ көтөү буйынса “старший” һайлап ҡуябыҙ. Ул йәй буйына мал көтөүен нисәлә алып сығырға, нисәлә алып ҡайтырға икәнен билдәләй һәм шуның кеүек башҡа ваҡ мәсьәләләр буйынса эш алып бара. Көтөүҙең тәүге сыҡҡан көнө үҙе бер байрамға әүерелә беҙҙә. Был көндө сыҡҡан көтөүсегә барыһы ла йомортҡа бирә һәм малдарыбыҙ ҙа ошо йомортҡа кеүек түңәрәк кенә, көр һәм имен булһын тигән теләктәрен белдерә. Ғәҙәттә, тәүге көн һыйырҙар һөҙөшә, шуға тапалып ҡуймаһындар тип һарыҡтарҙы сығармай торабыҙ. Мал көтөүен беҙҙә йыл да сиратлап көтәләр. Быйыл көтөүҙә 75 тирәһе эре мал. Үҙ сиратында көтөү көтөргә сыға алмағандар, көнөнә бер мең һум түләп, кеше яллайҙар. Был хаҡ бер нисә йыл инде үҙгәргәне юҡ. Ауылыбыҙ халҡы мал менән көн итә. Кемдер һөт-ҡаймағын, эремсек-ҡоротон һатып аҡса эшләй, кемдер һуйып һата.

Илшат ҒӘЛИӘХМӘТОВ, Иҫке Муса ауылы:

- Беҙҙең ауылдың көтөүен былтырҙан алып “электр көтөүсеһе” көтә. Бындай ысул ифрат уңайлы һәм бик күп сығымдар талап итмәй. Көн дә эшкә йөрөгән кешегә сират буйлап көтөүгә сығыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Кемделер эшенән ебәрмәйҙәр. Шуларҙың барыһын да иғтибар үҙәгенә ҡуйып, күмәкләшеп ошондай сара күрергә уйлаштыҡ. Электр көтөүсеһе булһа ла, көн дә сиратлап дежурға йөрөйбөҙ. Дежурҙағы кеше аккумуляторҙы зарядкаға ҡуйыу, көнөнә бер нисә тапҡыр көтөүҙе ҡарап ҡайтыу кеүек эштәрҙе башҡара. Көтөүебеҙҙә мал ул хәтлем күп түгел, 40-лаған эре баш, 30-лап һарыҡ йөрөй.

Хәлиҙә ХӘСӘНОВА, Ҡустығол ауылы:

- Ауылыбыҙ бәләкәй, күбеһенсә пенсионерҙар көн итә. Мал тотоусы кешеләр һаны бик аҙ, шуға күрә беҙҙә күптән инде көтөү юҡ, һәр кем малын үҙҙәренең кәртә артына бәйләп ҡуя. Кеше күберәк ҡош-ҡорт аҫрай. Ауылыбыҙға газ керһә, юлдарыбыҙҙы ремонтлаһалар, бәлки, йәштәр күпләп ауылдарға ҡайтып төпләнә башлар, ине тип уйлаған булам үҙемсә. Шул саҡта мәҙәниәт усағы ла тергеҙелер, медпункт менән магазин да булыр ине. Тағы ла ауылыбыҙҙа мәсет булһа тип хыялланабыҙ.

Халыҡта “Көтөүсе ниндәй – көтөүе шундай” тигән мәҡәл йәшәп килә. Шуға күрә көтөүселәргә үҙ исемдәренә тап төшөрмәй, көтөү осорон имен генә үткәреп ебәреүҙәрен, ә халыҡтың күҙ терәп торған малының иҫән йөрөүен теләп ҡалабыҙ. 

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Фотола: Үрге Төкөн ауылы халҡы малдарын көтөүгә оҙата.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: