Даирә
+15 °С
Болотло
Ауылым, ауылҡайым
4 Май 2022, 09:16
Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫһа
Баҡсаны ҡырмыҫҡалар баҫһа, түбәндәге әмәлдәрҙе күрергә була:
Баҡсаны ҡырмыҫҡа баҫһа
Ҡырмыҫҡалар насар еҫтән ҡурҡа. Ҡырмыҫҡа иләүе өҫтөнә ыҫланған селедка башы, томат һәм петрушка һабағы, дәрсен, ҡором һалырға кәрәк.
Ҡырмыҫҡалар төйәкләгән ерҙе йомшартып, эзбиз һирпергә. Унан тыш, лимон кислотаһы, аш содаһы, ҡайнар һыу ҡойорға мөмкин.
Ҡырмыҫҡа ояһын йомортҡа һалған ҡатламына тиклем ҡаҙып, кер йыуыу өсөн тәғәйенләнгән порошок иретмәһен ҡойоп, яңынан күмергә.
10 литр һыуға 1 ҡалаҡ һеркә, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, бер аҙ шыйыҡ һабын һалып болғатырға һәм ҡырмыҫҡа ояһының уртаһына тишек ҡаҙып ҡойоп, бер-нисә көнгә пленка менән ябып ҡуйырға. Ҡырмыҫҡалар башҡаса был урында булмаясаҡ.
Бор кислотаһы һәм шәкәр иҙмәһе лә ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Әҙер иретмәне бәләкәй һауыттарға, дарыу һауыттарына ҡойоп, тәмле еҫ аңҡыһын өсөн бер аҙ бал ҡушып һалып, ҡырмыҫҡа иләүе тирәләй ултыртырға.
Мамыҡты кәрәсингә манып алып, ҡырмыҫҡа иләүе эргәһенә һалған осраҡта ҡырмыҫҡалар был урындан ҡаса.
Ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолған осраҡта ла инә ҡорт урынында ҡала икән, был бөжәктәр кире шул урынға килеп тулыуын көт тә тор. Был осраҡта иң йоғонтоло ысул -ҡырмыҫҡа ояһын баҡсанан ситкә ҡаҙып алып сығарыу булыр.
Фото: fermerss.ru
Автор:
Юлай Мурзабаев
Автор:
Гульчачак Алачева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!