Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
22 Февраль 2022, 21:54

"Икмәк барыбыҙға ла етер"

Тәлғәт Тажетдин: "Ҡунаҡ - Аллаһ бүләге. Беҙгә юлланған кешеләр өйҙәрен үҙ теләге менән ҡалдырып китмәгән..."  

"Икмәк барыбыҙға ла етер"
"Икмәк барыбыҙға ла етер"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Луганск һәм Донецк республикаларынан ике меңгә яҡын кешене – ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, ололарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Уларҙы республика буйынса 25 ҡабул итеү пунктына урынлаштырасаҡтар.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Башҡортостан халҡының Луганск һәм Донецк республикаларынан килгән кешеләрҙең проблемаларынан ни өсөн ситтә ҡалмаҫҡа тейешлеге тураһында һөйләне.

“Ҡунаҡ һәр ваҡыт ҡәҙерле, ул - Аллаһ бүләге. Башҡортостан ирекһеҙҙән килгән граждандарҙы ҡабул итергә әҙер. Улар үҙ теләге менән өйҙәрен ҡалдырып китмәгән. Ватаныбыҙ ғәйәт ҙур, халҡыбыҙ берҙәм – икмәк барыбыҙға ла етер. Барыбыҙ ҙа - Аллаһтан, һәм барлыҡ изге яҙыуҙарҙа, беҙ, кешеләр, Әҙәм менән Һауанан барлыҡҡа килгән ҙур ғаилә, тип әйтелә. Бер-береңде хөрмәт иткәндә, туғандарса бәйләнеш булғанда, ниндәй генә проблемалар килеп тыумаһын, улар хәл ителә. Иң мөһиме - тыныслыҡта йәшәргә кәрәк.

Иман, намыҫ күңелдә лә, эш-ғәмәлдәрҙә лә сағылырға тейеш. Киләсәк граждандарҙы шәфҡәтлелек менән ҡабул итергә, хәлебеҙҙән килгәнсә уларҙың проблемаларын яйға һалыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер булайыҡ. Изге ғәмәлебеҙ Аллаһ тарафынан тыныслыҡ менән бүләкләнер. Ҡунаҡтарға ысын күңелдән хәстәрлек, иғтибар күрһәтәйек. Аллаһ насип итеп, тиҙҙән күп михнәт кисергән төбәккә тыныслыҡ, именлек ҡайтыр”, – тине Тәлғәт Тажетдин.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:
Читайте нас: