Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
22 Декабрь 2021, 08:06

Петуния сәсергә ваҡыт етте

Был матур сәскәне бүлгеләп үрсетергә мөмкин. Улай итһәң, орлоҡ экономиялана.

Петуния сәсергә ваҡыт етте
Петуния сәсергә ваҡыт етте
Петунияны бүлгеләп үрсетергә мөмкин. Улай итһәң, орлоҡ экономиялана.
 
Бының өсөн уны ҡыш башланғас та сәсергә кәрәк. Декабрҙә ултыртҡан орлоҡ ғинуар уртаһына 5-10 сантиметр оҙонлоҡта үҫеп етә.
 
Сама менән февралдә уны бүлгеләй башларға була. 7-10 сантиметр оҙонлоҡтағы үҫентенең ике пар япраҡтан торған осон үткер ҡоро ҡорамал менән ҡыйғаслап киҫергә. Ҡырҡылған урынын “Корневин”, “Корнестим” кеүек тамырландырыу стимуляторына манып алырға һәм тупраҡ тултырылган ҡара төҫтәге пластик һауытҡа бер сантиметр тәрәнлеккә күмеп ултыртырға.
 
Теплица булдырыу маҡсатында һауытты ҡапларға, ваҡыт-ваҡыт елләтергә кәрәк. “Инә” үҫемлек осон өҙгән һайын тармаҡлана.
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: