Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
21 Октябрь 2021, 19:09

Һарымһаҡлы һөт нимәнән файҙалы?

Был ҡатнашманы астма, пневмония, туберкулез, оҙайлы йүтәлдән йонсоғанда тәҡдим итәләр.  

Һарымһаҡлы һөт нимәнән файҙалы?
Һарымһаҡлы һөт нимәнән файҙалы?

Халыҡ медицинаһында һарымһаҡтың миҙгел ауырыуҙары мәлендә, шулай уҡ башҡа төрлө сирҙәргә ҡаршы ла киң ҡулланылыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Йылы һөт менән эшләнгән был эсемлекте астма, пневмония, туберкулез, оҙайлы йүтәлдән йонсоғанда тәҡдим итәләр. Шулай уҡ ул - йөрәк сирҙәрен, йоҡоһоҙлоҡто иҫкәртеү йәһәтенән дә яҡшы дауа.

Эсемлек өсөн 250 мл һыу, ун тырнаҡ ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, 500 мл һөт, ике-өс балғалаҡ шәкәр кәрәк. Һыу менән һөттө кәстрүлгә ҡойоп, туралған һарымһаҡты өҫтәп, талғын утта әленән-әле болғап ҡайнатығыҙ. Шыйыҡлыҡ яҡынса яртылаш кәмегәнсе ҡайнатырға кәрәк. Артабан һөҙөп, йылы килеш эсергә.

Пневмония осрағында килеп сыҡҡан эсемлекте өскә бүлеп, өс тапҡыр ҡулланырға. Ҡатнашма холестерин кимәлен нормала тоторға, ҡан әйләнешен яҡшыртырға, юғары ҡан баҫымын көйләргә булышлыҡ итә. Бының өсөн уны ете көн рәттән эсергә кәңәш ителә. Һарымһаҡтың составында селен һәм аллициндың күп булыуы арҡаһында был эсемлек йоҡоһоҙлоҡтан да яҡшы дауа.

Халыҡ медицинаһы рецепттары буйынса дауаланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Сығанаҡ: “Мое здоровье” журналы.

Фото: flywoman.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: