Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
21 Июнь 2021, 19:43

Силәгенә күрә ҡапҡасы

Командировкаға барғанда, Иҫке Муса ауыл Советы хакимиәтендә Илтуған ауылында йәшәүсе Флория һәм Ғүмәр Кәбировтар ғаиләһен маҡтап телгә алдылар. Ире лә, ҡатыны ла ауылдың абруйлы кешеләре, бер эштән дә ситтә ҡалмайҙар, әүҙем тормош рәүеше алып баралар, - тине улар хаҡында хакимиәт башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова.

Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, Кәбировтарҙың йорто әллә ҡайҙан нур сәсеп балҡып ултыра. Ә уларҙың ҡапҡаһы кеүек матур итеп эшләнгән ҡапҡа ауылда берәү генә! Шулай һоҡланғыс, күптәргә өлгө булырлыҡ донъя көтөү өсөн бер төптән егелеп, бер-береңде хөрмәт итеп һәм уртаҡ маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәк. Ошоларҙың серен белергә теләп, Ғүмәр Ғайса улы менән Флория Фәнхәл ҡыҙына уйынлы-ысынлы, ике уңған нисек бергә тап килдегеҙ, бер-берегеҙҙе оҙаҡ эҙләнегеҙме, тигән һорауҙарымды бирәм.
Асыҡ йөҙлө хужа менән хужабикә ихлас йылмайып: - Юҡ, һис тә оҙаҡ эҙләмәнек, мәктәптә уҡығанда таныштыҡ та, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ та, тинеләр.
Ғүмәр Ғайса улы Янбай ауылында тыуып үҫә. Башланғыс класты ауылда тамамлағандан һуң 5 кластан 8 класҡа тиклем Илтуған мәктәбендә белем ала. Сая, уңған Илтуған ауылы ҡыҙы Флорияға ҡарата нәҡ ошо мәктәптә уҡыған йылдарында мөхәббәт осҡондары ҡабына ла инде. 9-10 кластарҙы бергәләп Шайморатов мәктәбендә тамамлайҙар. Мәктәп йылдарын улар бик яратып, һағынып иҫкә алалар.
- Беҙ уҡығанда тәртип көслө ине. Уҡытыусыларҙы хөрмәт итеп, һәр әйткән һүҙҙәрен тыңлап, ҡурҡып тора инек. Хәҙер мәктәптә генә түгел, бар донъяла хәлдәр үҙгәрҙе, - ти улар.
Ғүмәр Ғайса улы ата-әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Башҡорт дәүләт институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған йәш уҡытыусыны Ҡарлыман ауылы мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Унда дүрт йыл уҡытҡандан һуң йәш ғаилә Яҡутстанға күсеп китергә ҡарар итә. Сит тарафтарҙа ла Ғүмәр Ғайса улы үҙенең һөнәренә тоғро ҡала, балаларға рус теле һәм әҙәбиәте, география фәндәренән белем биреүен дауам итә. Флория Фәнхәл ҡыҙы ашнаҡсы булып эшләй. Унда ҡыҙҙары Айгөл, улдары Айҙар тыуа.
Ләкин, ни тиһәң дә тыуған яҡ барыбер үҙенә тарта. Өлкәнәйгән атай-әсәйҙәренә лә яҡын булыу өсөн Кәбировтар 1993 йылда төп йортҡа әйләнеп ҡайта. Шул ваҡыттан алып, улар бар күңелдәре менән ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй. Ғүмәр Ғайса улы мәғариф уҙаманы булыуға ҡарамаҫтан, бар сараларҙың уртаһында йөрөй. Һайлау комиссияһы ағзаһы ла, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында инициатив төркөм етәксеһе лә, кәрәк икән агитатор эшен алып бара, мәсеттә уҙғарылған сараларҙан да ситтә ҡалмай, кәрәк икән Ҡыш бабай ҙа була.
Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, Флория апай ҙа иренән һис тә ҡалышмай. Клубта, китапханала уҙғарылған сараларҙан ситтә ҡалмай, смотр-конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Дуэт менән дә, ансамблдә лә йырлай.
Хужабикә аш-һыуға ла иҫ киткес оҫта. Ул бешергән ҡамыр ризыҡтары, йәшелсәләрҙән эшләгән салаттар телеңде йоторлоҡ була. Ҙур баҡса үҫтереүҙән тыш, тырыш ғаилә йыл да йөҙгә яҡын бройлер себеше, 40-50-шәр ҡаҙ үҫтерә. Уҙған йыл пандемия булыу сәбәпле, 41 ҡаҙҙы икәүһенә генә йолҡоп, эшкәртергә тура килгән.
- Хәлдән килгәндә ҡалала йәшәүсе балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә тәбиғи ризыҡтар менән ярҙам итергә тырышабыҙ, - ти бәхетле өләсәй менән олатай.
- Күршеләремдән бик уңдым, ихлас, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө кешеләр. Ниндәй йомош менән инһәң дә кире бороп сығармайҙар, икеһе лә ярҙам ҡулы һуҙырға ашҡынып торалар. Бар йолаларҙы ла үтәп йәшәйҙәр, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәләренең рухтарына бағышлап ҡөрьән аяттары ла уҡытып торалар, - тип улар хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтте уң күршеләре Фәнүзә апай Йосопова.
Уңғанлыҡтары, татыулыҡтары менән ауылға йәм, ҡот биргән Кәбировтар кеүек ғаиләләр, ысынлап та, һоҡланыуға лайыҡ. Мәҡәләм геройҙарына киләсәктә лә тигеҙ, парлы тормош, ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: