Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
19 Июнь 2021, 16:58

Һуған ҡабығы ғына тимәгеҙ...

Һуған ҡабығы файҙаһы һәм ҡулланыу тураһында

Һуған ҡабығында микроэлементтар һугандың үҙендәгенән дә күберәк икәнен белә инегеҙме? Ә беҙ һуганды әрсеп, ул ҡабыҡтарҙы ташларға ашығабыҙ... Һалҡын тейгәндә лә, тамаҡ ауыртҡанда ла, эс ҡатҡанда ла һуған ҡабығы төнәтмәһе эсәргә ҡушалар. Грипп, башҡа вирустарға ҡаршы тороусанлығы, теш һәм урттарҙы нығытыу үҙенсәлеге, һөйәл, фурункула, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан ҡотолорға булышлыҡ итеүе уны тәбиғи табиб итә. Бынан тыш, башлы һуған ҡабығы бронхит һәм бронхиаль астманы дауалағанда, күрем циклын нормалләштергәндә, организмды токсин, шлактарҙан таҙартҡанда, иммунитетты нығытҡанда, аллергиянан интеккәндә – алыштырғыһыҙ дарыу ролен үтәй. Ни өсөнмө? Сөнки уның составында витаминдар бик күп.

Е витамины – көслө антиоксидант, ҡартайыу процесын әкренәйт!, организмда холестерин тупланыуҙы киҫәтә, яман шеш, диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы әйбәт сара.

С витамины (аскорбин кислотаһы) – авитаминоздан, һалҡын тейеүҙәрҙән һаҡлай, һөйәктәрҙе нығыта. Иммун системаға ыңғай тәьсир итә, организмда антитәнсектәр эшләнеп сығыуҙы көсәйтә.

РР витамины (никотин кислотаһы) – углеводтар алмашын, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамыры авырыуһарына әйбәт шифа.

В витамины – аҡыл һәм нерв эшмәкәрлеге өсөн яуаплы. Ауырып ятҡандан һуң организмдың нығыныуын тәьмин итә. Сәс, тырнаҡтарҙы нығыта. Бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта.
Кәңәштәр

Һуған ҡабығы төнәтмәһе менән сәстәрҙе йыуһаң, улар нығый. 1:2 үлсәмендә һуған ҡабығы һәм һыуҙы ҡайнатып, 12 сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуярға һәм 2-3 аҙна дауамында сәстәрҙе шул төнәтмә менән сайҡарға кәрәк.

Варикозды, дерматитты дауалар өсөн һуған майын ҡулланалар. Һуған ҡабығына виноград йә зәйтүн майын 1:2 өлөш ҡушып, 10 көн тоталар. Май әҙер булғас, аяҡтарға һылайҙар.
Ангина, йүтәлне дауалар өсөн 3 сәй ҡалағы һуған ҡабығын 300 мл ҡайнап торған һыуҙа 20 минут бешерергә, 8 сәғәттән һуң һөҙәргә һәм шул төнәтмә менән тамаҡты сайҡарға кәрәк.
Ашка ҡабығын әрсемәй һалған һуған һурпаны матур төҫкә керетә, файҙаһы ла күберәк була. Ҡара һәм йәшел сәйҙәр бешергәндә, семетеп кенә һуған ҡабығы һалһаң, үҙенсәлекле тәм бирә.

https://vk.com/away.php?to=http%3A%2F%2Fsyuyumbike.ru%2Fnews%2Fbelms-bel%2Fsugan-kabygy-gyna-dimgez&cc_key=
Читайте нас: