Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
17 Июнь 2021, 12:20

Еләкте ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмайынса әҙерләйбеҙ

Кәрәк:* Баҡса еләге – 2 кг; * шәкәр ҡомо – 1 кг; * һыу – 1/2 стакан.

Эш барышы:

  1. Эре булмаған, әммә бешкән еләктәрҙе һайлайбыҙ. Еләкте таҙартабыҙ, йыуабыҙ.
  2. Эмаль кәстрүлгә ярты стакан һыу ағыҙып, 1 кг шәкәр ҡомо һалабыҙ. Уртаса утта, сироп сыҡҡансы, ҡайнатабыҙ.
  3. Сиропты еләк өҫтөнә ағыҙабыҙ. Еләк һутын биреп, массаны шыйығайтасаҡ.
  4. Һыуынған еләкте иләккә һалып һутын йыябыҙ. Һутты ҡайнатабыҙ.
  5. Еләкте ҡабат ҡайнар сиропҡа һалабыҙ. Ҡабат һыуытабыҙ. Әлеге процедураны тағы ҡабатлайбыҙ. Сироп ҡуйы булһын тиһәгеҙ, күберәк шәкәр һалып ҡайнатып алығыз.
  6. Алтынсы тапҡыр әлеге процедураны яһағас, еләкле ҡайнатмабыҙҙы стериль банкаларга һалып сығабыҙ. Ҡапҡас менән ябып, юрған аҫтына ҡуябыҙ.
  7. Еләкте ҡайнатманык. Сироп ҡына алты мәртәбә ҡайнатылды. Ҡыш көндәрендә йәй тәме менән сәй эсәрһегез.
    http://syuyumbike.ru/news/desert/kaynatmyycha-ilk-yababyz
    Читайте нас: