Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
15 Июнь 2021, 18:46

Петуниялар көҙгә тиклем сәскә атырға һәләтле булһалар ҙа, йәй урталарынан улар «пеләшләнә» башлай, ботаҡтары оҙонайып, сәскәләре һирәкләнә.

Уларҙы ысын мәғәнәһендә сәскәгә күмеүҙең бер сере бар. Хаҡы 20 генә һум булған был тылсымлы препаратты барығыҙ ҙа белә

20 һумлыҡ ул тылсымлы препарат – бор кислотаһы. Бор үҫемлектәрҙең сәскә бөрөләре барлыҡҡа килеүҙе стимуллаштыра.
Үҫемлеккә бор етмәгәнен асыҡлауы ҡыйын. Бор ҡытлығы арҡаһында уның сәскә атыуы, емеш биреүе тотҡарлана. Петунияларға ла ҡағыла ул. Беренсе билдәләр инде июнь урталарында уҡ күренә башлай. Петунияларнҙың сәскә бөрөләре әҙерәк ярала, ботаҡтар шәрәләнә.

Был проблеманы сисеүе бик тиҙ. Бының өсөн үҫемлекте әленән-әле бор кислотаһы менән ашлап тороу ҙа етә. Борҙың һыуҙа иретелгән шыйыҡсаһын япраҡтарға ла һиптерәләр, тупраҡты ла ашлайҙар.

Бор кислотаһы 10 грамлы пакеттарһа һатыла. Ҡаптағы яҙыуға иғтибар итегеҙ, борҙың концентрацияһы 98 процент булһын. Һатыуҙа 10–17 процентлылары ла була.

Бор кислотаһы һалҡын һыуҙа эремәй. Иң элек уны ярты литр ҡайнар һыуҙа иретергә кәрәк. Үҫемлектәргә һипкәндә 10 литр һыуға әлеге шыйыҡсаны 100 миллилитрын ғына ҡушып ҡулланабыҙ. Ә артып ҡалғанын йәй буйына файҙаланырға була.
10 литр ашлама сәскәләргә генә һибеү өсөн күп тиһәгеҙ, помидор, ҡыяр, борос, еләккә лә һибә алаһығыз. Бор улар өсөн дә бик кәрәкле микроэлемент.

"Ауыл ҡатыны" төркөмөнән
Читайте нас: