Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
12 Июнь 2021, 18:58

Яза еңел түгелме икән?

Александр ҡатынын, ысынлап айырым бер ҡанһыҙлыҡ менән үлтергәйне. Был ваҡыт видеоға эләккән. Үтеп барған кешеләр уны туҡтатырға маташһа ла, ир быны эшләмәгән. Аҙаҡ иһә, енәйәт урынынан ҡасмай, полиция килгәнен көтөп ултырған. Ҡанлы драманың сәбәбе – көнләшеү.

Былтыр йәй уртаһында Силәбе өлкәһендә булған был ҡырағай хәл ике төбәк халҡын да тетрәндергәйне. Балаҡатай районында йәшәгән ғаилә күрше ҡалаға стоматология клиникаһына тип китә – ҙур ҡыҙҙарының теше һыҙлай башлай. Әммә 31 йәшлек ғаилә башлығы юлда китеп барған саҡта ҡатынына ташлана һәм балалары алдында уға бысаҡ менән сәнсә. Меҫкен ҡатын машинан сығып ҡасып өлгөрһә лә, ир уны ҡыуып тота һәм юлда үлтереп ҡуя. Ике бала әсәһе Олесяға ни бары 30 йәш була.
Ошоға тиклем һаҡ аҫтында ултырған иргә ҡарата ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһеның прокурор урынбаҫары ҡарар ҡабул иткән. Уны көсләп дауалауға ебәрмәкселәр. Оҙаҡламай был эш судҡа тапшырыласаҡ. Уның психик хәлен тикшергән белгестәр ирҙең “хроник психик сирҙәр” менән ауырыуын билдәләгән. Имеш, был сире уға ни эшләгәнен аңларға бирмәгән. Шуға күрә, уны дауаларға кәрәк.
Александр ҡатынын, ысынлап айырым бер ҡанһыҙлыҡ менән үлтергәйне. Был ваҡыт видеоға эләккән. Үтеп барған кешеләр уны туҡтатырға маташһа ла, ир быны эшләмәгән. Аҙаҡ иһә, енәйәт урынынан ҡасмай, полиция килгәнен көтөп ултырған. Ҡанлы драманың сәбәбе – көнләшеү.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: