Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Зәңгәр йомортҡа күргәнегеҙ бармы?

Иптәшем баҙарҙан төрлө тоҡомло тауыҡтар алып ҡайтып, араһында гипертониктар өсөн йомортҡа һалыусы тауыҡ та бар, тигәнгә ышанмайынса йылмайып ҡына ҡуйғайным.

Көндәрҙән бер көндө ҡыҙымдың зәңнәр йомортҡа тотоп инеп килеүен күреп аптыраным. Ошо йәшемә етеп, зәңгәр йомортҡа күргәнем юҡ ине әле.
Тиҙ генә Интернетҡа инеп, улар хаҡында мәғлүмәт ҡарарға булдым. Баҡтиһәң, Ҡытайҙа үрсетелгән Амераукана тоҡомло тауыҡтар ошондай зәңгәр-йәшел төҫтәге йомортҡалар һала икән. Был тауыҡтар үҙҙәре лә бер нисә төҫлө булалар, хатта лаванда төҫөндә лә бар икән. Улар йомортҡаларҙы көн аралаш һала, тәме лә бер аҙ бытбылдыҡына (перепелка) оҡшаған.
Интернет селтәрендә уларҙы аҫрауҙа бер ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ, көслө тоҡом һаналалар, ауырымайҙар, иммунитеттары көслө була тип яҙылған. Шуныһы ҡыҙыҡ, бында гипертониктар өсөн тип бер һүҙ ҙә яҙылмаған. Быны һатыусылар үҙҙәре уйлап сығарғандыр, моғайын. Йә шаяртып әйткәндәрҙер, кем белә.
Читайте нас: