Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Их, яратам шул ауыл әбейҙәрен!

Ауылдарҙың йәме булған оло йәштәге әбейҙәрҙе, уларҙың фотоларын күрһәм, ысынлап та, битараф ҡала алмайым. Бына ошо фотоһүрәттә йылмайышып, май ҡояшындай балҡып ултырған инәйҙәр ҡайһы ауылдан икән? Әйҙәгеҙ, танып ҡарайыҡ!

Ғүмер буйына ҡайһыһылыр тыуған колхоздарында, кемеһелер мәктәптә һәм башҡа урындарҙа ал-ял белмәй эшләгән, балалар үҫтергән, тырышып донъя көткән Илтуған инәйҙәре Хәриҙә Баҡыева, Фәүзиә Ғафарова, Зәйҙә Әминева, Фәнүзә Йосоповалар бит былар. Уларҙың ошо көндәрҙе күреп, ил-донъябыҙға тыныслыҡ теләп, ултырыуҙары үҙе бер ҡыуаныс. Әлфинә Насирова менән Әлфира Әхтәмова ла иҫтәлеккә инәйҙәр менән фотоға төшкән.
Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә инәйҙәрҙе фотоға төшөрөп ебәрегеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: