Тап был ваҡытта ҡоштар бала сығара, ояларынан тышҡа, үләнгә әйҙәй. Билдәле, хужабикә ҡоштарға ем бирә, ҡаҙ бәпкәләренә һөткә ебетелгән икмәк йәки бүтән төрлө ашамлыҡ һала.
Бына ошо мәлдә башлана ла инде аталыҡтың “кәләшбикә”һенең янында булыуынан, себештәрҙе күреүенән ҡыуана-ҡыуана бер урында тыпырлап бейеүе.
Хәҙер нисек? Был турала бөтә тормошон ауыл менән бәйләгән ҡош-ҡорт үрсетеүсе Ҡадир Сәләхов бына нимә тине:
– Ысынлап та, элек кешеләр ҡаҙ, өйрәк, күркә кеүек ҡош-ҡортто күпләп аҫраны, тауыҡ тураһында әйтәһе лә түгел. Уңған хужабикәләр бер түгел, ике һәм өс оя ҡаҙ бәпкәләре баҫтырып сығартты. Инә ҡаҙҙы бәпкәләре менән бергә ата ҡаҙға ҡушыу үҙе бер тарих ине. Ата ҡаҙҙың шатлыҡтан бейеүен һағынып һөйләргә генә ҡалды. Бөгөн бит ҡаҙ баҫтырғандар бик һирәк, барыһы ла тиерлек себештәрҙе инкубаторҙан һатып ала. Бәпкәләр үҙҙәре генә үҫә. Уларҙы ҡурсалаусы инә ҡаҙ ҙа, атаһы ла булмағас, ниндәй бейеү хаҡында һүҙ барһын инде?!.
Фото: house-animals.ru
Автор: Илдар Акьюлов.