Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Зәңгәркүл – магнит кеүек үҙенә тарта!, -

ти Иҫке Муса ауылы эргәһендәге ҡышын да туңмай торған һыулы Зәңгәркүлгә ял итергә килеүселәр.Кисә Зәңгәркүлгә барып, бындағы Һабантуй кеүек йыйылған халыҡты күреп, иҫебеҙ китте.Тулы мәҡәлә сайтта:

Ял көнөндә балалар менән “Мега”ға барып ял итеп ҡайтырға булдыҡ. Көн эҫе булғанлыҡтан, ҡайтышлай Зәңгәркүлде күреп сығырға уйланыҡ. Бындағы машиналарҙың күплегенә хайран ҡалдыҡ. Халыҡ машиналарын 500 саҡрымлап алыҫта ҡалдырып, Зәңгәркүлгә табан ағыла. Йәшәмбе, төштән һуң булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр ағымы туҡталмай.
Күл эргәһенә барып етһәк, бында күл тирәләй ҡояшта ҡыҙынып ятыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Сират тороп, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һыуға сумып сығалар. Ҡайһы берәүҙәр тау башына менеп, бейеклектән ошондай матурлыҡты фотоға төшөрә.
Килеүен килеп еткәс, беҙ ҙә балалар менән һыуға сумып сыҡтыҡ. Зәңгәркүлдең һыуы һалҡын булһа ла, һыуҙан сыҡҡас, һис тә өшөтмәй. Киреһенсә, тән йылынып, ҡыҙып китә. Ә күлдең үтә күренмәле, зәп-зәңгәр булып йәйрәп ятыуына һоҡланып туймаҫлыҡ.
Һыуҙың төҫө зәңгәр булғанлыҡтан, Зәңгәркүл тип атағандар икән. Бындай төҫкә күл ҡояш туранан-тура сағылғанға ғына түгел, ә күл аҫтында зәңгәр балсыҡ булғанлыҡтан инә. Уның составына кеше организмына кәрәкле күп файҙалы микроэлементтар инә. Был файҙалы матдәләр Зәңгәркүлдең һыуында ла ирей, шуға күрә бында ял итеү өсөн генә түгел, ә дауа алыу өсөн дә киләләр.
Ләкин, иң мөһиме, районыбыҙҙың иҫ киткес матур, гүзәл тәбиғәт мөйөшөн әләф-тәләф итеүгә генә юл ҡуйылмаһын. Ул матур итеп кәртәләп алынһын һәм тирә-яғы бысратыуға юл ҡуйылмаһын ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл буйында ташлап кителгән сүп-сар өйөмдәренә тап килергә тура килде.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: