Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өйрәк бәпкәләрен нисек ашатырға?

Өйрәк бәпкәләрен алырға ла ваҡыт етте тиһәң дә була. Уларҙы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә һуң?Дүрт көнлөк өйрәк бәпкәләренә ҡаты итеп бешерелгән тауыҡ (кемдәрҙеңдер өйрәк, ҡаҙ йомортҡаһы булырға мөмкин) йомортҡаһы ашатыу әйбәт. Тулыраҡ сайтта

Бишенсе тәүлектә «үти-үти»ләр менюһына майһыҙ эремсек (бер башҡа 4 грамм самаһы иҫәбенән), шулай уҡ кесерткән, клевер һәм бәпембә япраҡтары (ваҡлап туралған) кертелә. Аҙналыҡ өйрәктәр бешерелгән тамыразыҡтарҙы (иҙелгән бәрәңге, кишер) әҙ-әҙләп сүпләштерә башлый. Ә инде ун көн самаҙы уҙғас, бәрәңге, кишер, сөгөлдөр ҡабығына, кәбеҫтә ҡалдыҡтарына (сей килеш тә, бешкән килеш тә), йомортҡа ҡабығына күсерелә.
Бәпкәләр менюһына шулай ук витаминлы һәм минераль өҫтәмәләр: һөйәк оно, ваҡланған ҡабырсыҡтар, аҡбур, балыҡ майы ла кертелә.
Ә инде уларҙы ашатыуҙың йышлығы былайыраҡ булһа әйбәтерәк:
бер аҙнаға тиклемге бәпкәләрҙе – тәүлегенә 8 тапҡыр;
15 көнгә тиклем – 7 тапкыр;
30 көнгә тиклем – 6 тапкыр;
50 көнгә тиклем – 5 тапкыр ашатырга.
Өйрәктәрҙе 50 – 55 көнгә тиклем үҫтереп һуйыу отошлораҡ икән.
Ә инде урамда йөрөтөп кертеүгә килгәндә, бер аҙналыҡ бәпкәләр 40 минут самаһына иркенгә сығарыла. Ун ике тәүлектән һуң – көнөнә дүрт тапҡыр сәгәт ярымға. 20 көн булгас, өйрәктәр көн оҙон урамда йөрөй.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: