Даирә
+23 °С
Облачно

Кесерткән һәм балтырғандан аш бешереп ҡалырға ашығығыҙ!

Әтәйем яҙ етеп, кесерткән, балтырған күренә башлау менән әсәйемдән ошо йәшел үләндәрҙән аш бешереүен һорай ине. Май айында өсәр тапҡыр кесерткән, балтырған, тауыҡ һурпаһы эсеүҙең шифаһын әйтеп бөтөрөрлөк тә түгел. Шуға мин дә балаларға үлән аштарын бешерергә тырышам. Түбәндә бирелгән боронғоса ыумаслы балтырған, кесерткән ашы һәм турамалар рецептарын һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Кесерткән ашы

150 г йәш кесерткән япрағы, 50 г ҡуҙғалаҡ, 5-әр г кишер менән әнис, 20 г аҡ һуған һәм 15 г йәшел һуған, 5 г бойҙай оно, 10 г һары май, 15 г ҡаймаҡ, ярты йомортҡа, лавр япрағы, тоҙ, борос.

Кесерткән япрағын өс минут ҡайнар һыуҙа тотоп алырға һәм ваҡлап турарға, майҙа 10 – 15 минут ҡыҙҙырырға. Ваҡлап туралған кишер, петрушка, һуғанды ла майҙа ҡыҙҙырып алырға. Ҡайнап торған һурпаға кесерткән япрағын, ҡыҙҙырылған йәшелсәләрҙе, йәшел һуғанды өҫтәп, 20 – 25 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр алдынан тәмләткестәр өҫтәргә. Ҡаҙ үләненән, кесерткән япрағынан, юл япрағынан да щи ошо рәүешле әҙерләнә.

Ыумаслы балтырған ашы

1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Танһыҡ ҡына хуш еҫе, танауҙы ҡытыҡлап, бар өйгә тарал-а-а... Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй, был бигерәк тә бәләкәс балалары булған ғаиләлә иҫәпкә алына – йәш әсәләр мине аңланы инде... Ай, шунда бер арала тоҙ ҙа өҫтәргә кәрәк ине бит! Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.

Хәҙер инде тәрилкәләргә ҡойоп, өҫтөнә һуған ҡыяғы турап, әнис һибеп, берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ һалырға ҡалды. Телеңде йоторлоҡ! «Майлап ашаһаң, сабата башы ла тәмле була», – тип көлдөрә өләсәйем. Һәр нәмәнең төбөнә төшөргә яратҡан улым был үҫемлектең русса атамаһы менән ҡыҙыҡһына. «Борщевик» тип аталғанын белгәс, моғайын, уны элек сөгөлдөр ашына һалып бешер­гәндәрҙер, тигән һығымтаға килә. Интернеттан «соҡоноп», ҡайһы бер Европа илдәрендә уны «айыу табаны» тип йөрөткәндәрен дә белдек.

Яҙын өс тапҡыр балтырған ашын ашаһаң, шифаһы бер йылға етә, тиҙәр беҙҙең яҡта. Ризыҡты төрләндереү файҙалы шул. Балтырғанды, кесерткәнде ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуям мин. Уны йыуып, һыуын ҡоротам да, турап, ҡапсыҡтарға бер бешерерлек кенә самалап һалам. Ят еҫ һеңмәһен өсөн яҡшылап бәйләйем. Әйткәндәй, мотлаҡ нимә һалынғаны, ҡайһы йылда йыйылғаны яҙылған ҡағыҙ тығам: барыһы ла иҫтә ҡалыр кеүек тә, алда башланмаған йәй бар бит әле, ни хәтлем йәшел үлән, йәшелсә-емеш туңдыраһы бар. Буталып китеп, аҙаҡтан һәр төйөнсөктө асып ҡарап ултырғансы, баштан уҡ иренмәй генә яҙып ҡуйыуға етмәй инде. Ҡышҡы һалҡында өйҙә яҙ еҫе аңҡытып, ошондай тәмле аш бешереп ашау үҙе ни тора! Яңы йылдан һуң оҙон-оҙаҡ ялда, тәмле-татлы, майлы-майонезлы турамаларҙан ялҡып киткәндә, туңдырғыстағы йәшел тоҡсайҙарҙы иҫкә төшөрәһең дә тиҙ генә аш бешереп ебәрәһең. Эйе, мин был ашты бик тиҙ бешерелгән ризыҡтар иҫәбенә индерәм, ярты сәғәттә әҙер була ул. Ҡыш көнө уны итле һурпаға һалырға ла мөмкин.
Үләндәрҙе шулай уҡ киптереп, тоҙлап та һаҡлайҙар. Ә әле, аш-һыуыбыҙҙы төрләндереп, тағы ла ошондай тәғәмдәрҙе әҙерләп ҡарайыҡ.

Турамалар

* 200 грамм ҡуҙғалаҡ, 1 әсе алма, ярты услам йәшел һуған, 20 грамм шәфәри үләне, 3-4 редис, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 150 миллилитр ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, әнис кәрәк.
Алманы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, редисты ярымҡулсалап турайбыҙ, үләндәрҙе ваҡлайбыҙ. Барыһын бергә ҡушабыҙ, тоҙ менән иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ, ҡаймаҡ һалып бутайбыҙ.

* 120 грамм юл япрағы, 50 грамм кесерткән япрағы, 1 баш һуған, 50 грамм керән тамыры, 1 йомортҡа, 1-2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, алма һеркәһе кәрәк.
Япраҡтарҙы бешекләп һарҡытабыҙ, уларҙы эрерәк итеп киҫәбеҙ. Һуған, бешкән йомортҡаны ваҡ итеп турап һалабыҙ. Керәнде ҡырып өҫтәйбеҙ. Ҡаймаҡҡа аш һеркәһе, тоҙ ҡушабыҙ ҙа турамаға һалып бутайбыҙ.

* 1 услам салат япрағы, 2 ҡыяр, 6 редис, 3 йомортҡа, 125 грамм йомшаҡ сыр, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ, ярты лимон, тәменсә төйөлгән ҡара борос, йәшел һуған, тәмләткес үләндәр, тоҙ кәрәк.
Салат япраҡтарын ҡул менән ваҡлайбыҙ. Редисты түңәрәкләп ҡырҡабыҙ, ҡыярҙы, йомортҡаны турайбыҙ. Йәшел үләндәрҙе, һуғанды ваҡ итеп киҫәбеҙ. Барыһын бергә бутайбыҙ. Сырҙы сәнске менән ыуып иҙәбеҙ, үҫемлек майы, иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос, лимон һуты өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Турамаға ҡушып бутайбыҙ.

* 100 грамм бәпембә япрағына 4 ҡалаҡ грек сәтләүеге, 1 ҡалаҡ бал, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк.
Бәпембә япрағын 20 минут самаһы тоҙло һыуҙа тотоп алабыҙ ҙа (әсеһен бөтөрөр өсөн) ҡоротабыҙ һәм турайбыҙ. Ваҡланған сәтләүек ҡушабыҙ. Үҫемлек майына бал өҫтәп болғатабыҙ ҙа турамаға һалып бутайбыҙ.

* Бер услам ҡаҡы, 2 картуф, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Ҡаҡының таҙартылған һабағын турайбыҙ, бешкән картуф киҫеп өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ.




Читайте нас