Ҡарлыманбаш ауылына апайыма барғанда, күршелә йәшәгән ҡоҙағыйҙарым Райхана, Рәйфә, улрҙың ут күршеләре Клара инәйҙәр йәмле итеп ҡапҡа тышында ултыралар ине. Әсәйем дә улар эргәһендә барып ултырғас, улар байтаҡ ҡына хәл-әхүәлдәр һөйләшеп ултырҙылар. Уларға ҡарап, күңел күтәрелеп китте. Тиҙҙән ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен ҡарарға сығып ултырырбыҙ әле, Аллаға шөкөр йәшел үләнгә баҫтыҡ инде, тине улар.