Даирә
+19 °С
Ясно

Бөгөн - мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө

Зыяраттарҙы, туғандарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү - изге һәм сауаплы эш. Барыбыҙ ҙа был донъяла ҡунаҡ ҡына икәнлегебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ һәм был эшкә күптәребеҙ белдереү иғлан ителгәнгә тиклем үк ҡушылды. Иҫкебәпестәр ҙә һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Бөгөнгө зыяраттарҙы тәртипкә килтереү көнөндә төшкән фотоһүрәттәрҙе ошо пост аҫтына һалайыҡ.

– Зыярат беҙ бөтәбеҙ ҙә бара торған аҙаҡҡы төйәгебеҙ инде, нимә тиһәң дә. Уны тәртиптә тотоу һәр кем өсөн зарур. Бөгөнгө был өмәгә халыҡтың күп килеүен күреү ҡыуаныслы. Изге эштә ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең дә ҡайтып ҡатнашыуы һөйөндөрҙө.
Читайте нас