Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
3 Май 2021, 10:22

ҠАРЛЫМАН ТАУЫ БЕЙЕКМЕ ? Тауға менеү көс бирә...

Бала саҡта Ҡарлыман ауылының тауҙары иҫ киткес бейек һәм мәғрур тойола торғайны. Шулай булһа ла, унда йүгереп менеп, төшөүҙе уйынға ғына һанай инек. Ял көндәрендә балалар һәм әсәйем менән тауға менеп төштөк. Тауға менеү көс бирә тиҙәр бит...

1 май байрамында тауға менеп, йомортҡа тәгәрәтеү беҙҙең айыл өсөн изге йола кеүек ине. Ослоҡай тауына саңғыла менеүҙәр, яҙғы ҡояш нурҙарына тау баштарында йыландарҙың мәш килгән ояларын ҡарау хәтергә уйылып ҡалған.
Юғарынан ауыл ус төбөндәгеләй күренеп йәйрәп ята. Тау башына менеп еткәс, ниндәйҙер рухи көс барлығын тойолдо. Тындар иркенәйеп, һулыш киңәйеп китте. Ғөмүмөн, ниндәй генә тауға менһәң дә, тауҙар көс бирә тиҙәр. Ә һеҙ быға ышанаһығыҙмы, дуҫтар?
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас