Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
26 Апрель 2021, 15:16

Йәшә, ауылым!

Ауылыбыҙ матур ҙа бит, тик буш йорттар көндән-көн күбәйә. Ҡасандыр ошо йорттарҙа йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең балалары башҡа тарафтарҙа көн итә. Күбеһе сит ерҙәргә бәхет эҙләп сығып китә. Тыуған тупраҡҡа береккәндәр үҙ яҙмыштарын үҙҙәре күреп ауылда йәшәйҙәр.

Йәшә, ауылым минең, Таҡтағошом,
Матурҙар бит ҡыҙ һәм улдарың.
Һағынып ҡайтам ҡайҙа барһам да,
Һинең йәмле урам буйҙарын.
Йәш саҡтарҙа Һалпы буйҙарында
Йырлап бесән саптым туғайҙа.
Йәгеҙ әле, әйтегеҙ һеҙ, дуҫтар,
Шундай матур ер тағы ҡайҙа?
Эйе, беҙҙең Яңы Бишауыл ауылы иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тәбиғәте генә түгел, халҡы ла күркәм, тырыш уның: гөрләтеп, бынамын тигән итеп донъя көтәләр.
Ауылыбыҙ матур ҙа бит, тик буш йорттар көндән-көн күбәйә. Ҡасандыр ошо йорттарҙа йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең балалары башҡа тарафтарҙа көн итә. Күбеһе сит ерҙәргә бәхет эҙләп сығып китә. Колхоз-совхоз осоронда йәнтөйәгебеҙ гөрләп торҙо, сөнки эш етерлек булды, шуға йәштәр ауыл ерендә ҡала ине. Ауылыбыҙҙа магазин да, мәктәп тә, фельдшер пункты ла, фермалар ҙа бар ине. Ә хәҙер һанап үткән социаль объекттарҙан хатта магазин да юҡ.
Шулай ҙа ауылдаштарымдың дәрт ләнеп, матур итеп донъя көтөүҙәренә һөйөнәм. Һыната торғандарҙан түгел бит беҙ! 1991 йылда Сағыл байрамында ауылдар араһында икенсе урынды яулаған инек. 2008 йылда Шәжәрә байрамын үткәрҙек. Унда Сәйфуллиндар, Ғөбәй ҙуллиндар, Ғәлимовтар, Абдуллиндар үҙ нәҫел-нәсәптәренең ебен барланы. Ситкә сығып киткән ауылдаштар, туғандар осрашып-күрештеләр. Байрам иҫ киткес матур үтте. Бар ауыл халҡы ҡәнәғәт булып ул ваҡыттағы Иҫке Бәпес ауыл Советы башлығы Нурия Хәсән ҡыҙына рәхмәт әйтеп таралышҡан ине.
2013 йылда “Һаумыһығыҙ, ауыл даштар” байрамы ла шаулап-гөрләп уҙҙы. Ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙ мәткәрҙәренә ҙур рәхмәт: ара йыраҡ тимәйҙәр, халыҡ менән тығыҙ эшмә кәрлек алып баралар. Үҙҙәренең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән халыҡ күңеленә бөтмәҫлек илһам өҫтәйҙәр.
Бөгөн Иҫке Бәпес ауыл биләмәһенә Азамат Ғәйфуллин етәкселек итә. Азамат Муса улын власть менән халыҡ араһында күпер һалыусы тиһәк, һис ялған булмаҫ. Ул өс йыл эшләү дәреүендә халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанды, байтаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә иреште. Быға тиклем ауыл биләмәһендә бер мәсет тә юҡ ине. Элекке фельдшер пункты төҙөкләндерелеп, иман йорто итеп үҙгәртелде. Был сауаплы ла, мөһим дә эшкә бар ауыл халҡы әүҙем ҡушылды. Шуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Төпкөл ауылдарҙа ла хәҙер төнөн дә урамдар яҡтырҙы, бағаналарға лампочкалар ҡуйылды. Үҙебеҙҙең Таҡтағош ауылында күперҙе күтәртеп, быуа быуҙылар, ауыл халҡы өсөн ҡош-ҡорт аҫрарға бик уңайлы булды. Ауылдың ике урамына ла сүп-сар йыйыу өсөн контейнерҙар урын лаштырылды. Быға тиклем ташландыҡ баҡсаларҙа урман кеүек ҡарағура үҫә ине. Хәҙер инде энә төшһә лә табылыр. Был эштә ауыл биләмәһе депутаты Рәмзил Ғөбәйҙуллиндың хеҙмәт өлөшө бик ҙур. Ул һәр эште еренә еткереп, бөтә күңелен биреп башҡара.
Мин ышанам: киләсәктә ауыл дарыбыҙ яҙын яңырған еребеҙ кеүек яңы һулыш менән йәшәп китер, сәскә атыр, йәштәр өйҙәр һалып, ғаиләләр ҡороп, донъя көтөрҙәр, ауыл хужалығын үҫтерерҙәр, ғәзиз тыуған еребеҙҙе биҙәп йәшәрҙәр!
Туҡтап ҡалайыҡ, әҙрәк кенә дуҫтар,
Үткәндәргә бер аҙ күҙ һалайыҡ.
Элек кеше нисек йәшәгән тип,
Аҙ булһа ла, уйлап ҡарайыҡ.
Ҡәнәғәт һәм рәхәт йәшәнеләр,
Дуҫ һәм татыу ине кешеләр.
Булғанына шөкөр итә белеп,
Әкрен генә донъя көттөләр.
Машина ла кәрәкмәне элек,
Йәйәү йөрөнө халыҡ, үлмәне.
Бөгөнгөләй затлы тормошто
Төшөндә лә хатта күрмәне.
Бирешмәйек әле, туғандар,
Күкрәк киреп алға атлайыҡ.
Еребеҙҙең хужаһы булып,
Матурлығын уның һаҡлайыҡ!
Мәрүәр Ишморатова.
Яңы Бишауыл ауылы.
Читайте нас