Даирә
+22 °С
Ясно
Ауылым, ауылҡайым
25 Апреля 2021, 09:05

Матур ғаилә - ауыл күрке

Һәр ауылды унда йәшәүсе халыҡ күркәм итә. Ҡарлыман да тормош тәжрибәһентуплаған, заманында матур хеҙмәт юлын үтеп, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булыусы сал сәсле уҙамандары, ағай-апайҙары, тырышып,дәртләнеп донъя көтөүсе ир-егеттәре,баҫҡан ерендә утсәсрәтеүсе килен-ҡыҙҙары менән матур.Бөгөнбында 198 өйҙә 565кеше йәшәй. Дөрөҫ, ауылда төпләнеп ҡалыусы йәштәр күп түгел, әммә шулай ҙа бар.Мәҫәлән, Руслан һәм Ләйсән Исхаҡовтар, Рүзил һәм Эльза Әминевтар, Светлана һәм Рәмил Хөсәйеновтар, Гөлшат һәм Камил Мөхәмәтйәновтар, Гүзәл һәм Ғаяз Замановтар, Гөлнара һәм ЛинурҒәлиуллиндар һәм башҡа йәш ғаиләләр тырышып донъя көтәләр, балалар үҫте рәләр.Динара һәм Рөстәм Абакачевтарҙа–күркәм йәш ғаиләләрҙең береһе.

Абакачевтарҙың ишле ғаиләһендә ата-әсәһенең һөйөүенә ҡойоноп 4 бала тәрбиәләнә. Диана
–студент,баш ҡалала уҡып йөрөй,Радмила – 6сы, Розалина 2се класс уҡыусылары булһа, кинйә Данисҡа өс кенә йәш. Рөстәм
Нурулла улы ла, Динара Вәрис ҡыҙы ла – ошо ауыл йәштәре. Динара Вәрис ҡыҙы район үҙәгендә тыуып үҫһә лә, тамырҙары Ҡарлымандан.Ауылда төпләнеүҙәренә һис
үкенмәй улар. “Ауылыбыҙ төҙөк, газ ингән, юлдар бар.Шуға тырышып йәшәргә лә йәшәргә”,ти йәш ғаилә. Абакачевтар күркәм
йорт һалып инделәр. Рөстәм Нурулла улы Юл төҙөүтөҙөкләндереү идаралығында
эшләп йөрөһә, Динара Вәрис ҡыҙы – “Һаҡлыҡбанкы”хеҙмәткәре.
Дүрт бала атаәсәһе булыу – ул шатлыҡ һәм ғорурлыҡ ҡынатүгел,ҙур яуаплылыҡ та.
Балаларын район үҙәгенә төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тырыша Абакачевтар. Радмилла ла,Розалина ла“Далан”халыҡ бейеү
ҙәре өлгөлө ансамлендә шөғөлләнә.“Ҡайһы
берҙә хатта киске 10да ҡайтырға тура килә.
Әммә ҡыҙҙарыбыҙға оҡшағас, ҡыуанып
йөрөтәбеҙ”, ти улар. Йорт хужабикәһе ҡул
эштәренә лә бик оҫта.Ул эшләгән сувенир
ҙар, бәйләгән кофта-башлыҡтар, шәл
косынкалар магазиндарҙа тәҡдим ителгән
дәргә алыштырғыһыҙ.
Матур ғаилә - ил күрке, тиҙәр, ныҡлы
ғаилә донъя тотҡаһы. Ә Абакачевтар нәҡ
шундайҙарҙан.
Читайте нас