- Февраль айында Липецк өлкәһенән 30 тана алып ҡайтып ҡуштылар. Оҙаҡламай тағы ла 21 баш тана ҡайтырға тейеш. Ит-һөт тоҡомло таналарҙың үҙенсәлеге шунда - көрҙәр һәм ауырлыҡты тиҙ йыялар. Мал аҙығын - меңәрләгән төргәк туғай бесәне, суданка, козлятникты көҙҙән әҙерләп, ферма биләмәһенә килтереп ҡуйҙыҡ.
Әлегә һөт быҙауҙарҙан артмай. Тиҙҙән малҡайҙар йәшел үләнгә баҫыр, ҡалған һыйырҙар ҙа быҙаулағас, һөт күләме тағы ла артасаҡ. Киләсәктә һауылған һөттө “Меркурий” йәмғиәте аша килешеү төҙөп, Прибельский һөт заводына тапшырырға ниәтләйбеҙ, - тип эштәр барышы менән таныштырҙы келәт мөдире Илнур Ишемғолов.
Әлегә һауынсылар Рәмзилә Хөсәйенова,Фәнилә Ҡаһирова, Зәлиә Әлмөхәмәтовалар һыйырҙарҙы ла һауа, йәш быҙауҙарҙы ла ҡарайҙар. Малсылар Әмир Хөсәйенов, Зәбир Бикташев һәм Флүр Бикҡужиндар мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлап килә.
Хужалыҡ етәксеһе Рөстәм Ҡормаев әйтеүенсә, әлегә ферма төҙөү мәсьәләһе хәл ителә. Киләсәктә хужалыҡ һөтсөлөк йүнәлешендә үҫешеп, сыр етештерә башларға планлаштыра. Тимәк, Түбәнге Төкөндә өҫтәмә эш урындары буласаҡ. Был өмөттәр тормошҡа ашһын, тип теләп ҡалабыҙ.
Гөлсәсәк Бикҡужина.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.