- Әлләсе... Башҡа емеш ағастарығыҙға ҡамасауламаһа, үҫһен әйҙә.
- Ҡайын ҡайғы килтерә, тиҙәр бит әле ул...
- Ҡуй, улай насарға юрамағыҙ.
- Былтыр иремә инсульт булды. Ярай, сир еңел рәүешле булып, аяҡҡа баҫты. Шундай бәләләр ҡабатланып ҡуйһа тип ҡурҡам, шөбһәләндерә.
- “Ырымға ышанма”, тиелә бит динебеҙҙә. Барыһы ла - Аллаһ Тәғәлә ихтыярында, Уға ғына ышаныр кәрәк. Ҡайын үҫһә лә, бер насарлығы ла юҡтыр. Шик-шөбһә иһә динебеҙгә бөтөнләй ят, һәр саҡ яҡшы теләк-ниәттә йәшәү зарур.
...Күршебеҙ ҡайын үҫентеһен ҡаҙып алып, урман ситенә ултыртып ҡайтты. Ап-аҡ олонло һомғол ағас баҡсаһын биҙәп үҫһә, ҡайһылай матур булыр ине лә бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр һаман динебеҙҙең төп нигеҙен аңламайынса, теләһә ниндәй ырымдарға ышанып, яңылыш фекерҙәрен таратыуҙы дауам итә шул. Динебеҙҙе ныҡлап өйрәнергә ынтылһаҡ ине. Аллаһ Тәғәләнең берлеген, бер ни ҙә Уның ихтыярынан тыш эшләнмәгәнен таныу тормошобоҙҙо нурлы, күңелебеҙҙе иманлы итер.
Фото: pbs.twimg.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.