Даирә
+17 °С
Облачно
Ауылым, ауылҡайым
20 Апреля 2021, 05:29
Себеш аҙығы – себештән дә ҡиммәтерәк булһа ла…
Быйылға себеш алмаҫбыҙ тип йөрөһәк тә, иптәшем менән уйлаштыҡ та, бөгөн үҙебеҙҙең Ҡырмыҫҡалы инкубаторынан тәүлеклек бройлер себештәре барып алдыҡ. Ни тиһәң дә, балаларға ла бәләкәй себештәр ҡарауы ҡыҙыҡ, үҙебеҙгә лә бер шөғөл булыр тинек. Үҙең ҡарап үҫтергән бройлерҙарҙың ите барыбер тәмлерәк тә була бит.
Иртә таңдан барып етһәк тә, инкубатор алдында һабантуй кеүек машиналар йыйылған. Бер себеш 75 һум торһа, уның бер тоҡ аҙығы 1600 һум булып сыҡты. Аҙығы себештән дә ҡиммәтерәк килеп сыға бит тип көлөшөп тә алдыҡ.
Ә һеҙ ҡасан себештәр алдығыҙ? Улар тиҙерәк үҫеп китһен өсөн нимәләр ашатаһығыҙ? Бер тәүлектән өйҙәге аҙыҡты ашатып өйрәтеп үҫтерһәң яҡшыраҡ була тиҙәр, шул дөрөҫмө?
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!